Сәләмәт булайыҡ
15 Декабрь 2021, 11:30

Был – бик хәйләкәр вирус...

Көньяҡ Африкала таралған вариантҡа ҡарағанда, ул кешеләрҙә пневмонияға тиҙ әүерелә, йәғни инкубация осоро бик ҡыҫҡа.

Был – бик хәйләкәр вирус...Был – бик хәйләкәр вирус...
Был – бик хәйләкәр вирус...

Медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире  Марсель Тойғонов вирустарҙың  даими үҙгәрә торған сифатын билдәләй. “Коронавирус шунлыҡтан мутациялар һәм яңы штамдар барлыҡҡа килтерә. Бындай һәләт киҙеү һәм коронавирус вирустарына хас, шуға күрә үҙен һаҡлау өсөн ул тышсаһын алмаштыра.  Шуға ярашлы вакцина, иммуноглобулиндар ҙа үҙгәртелә. Яңы штамдарҙың барлыҡҡа килеүе - тәбиғи процесс, донъя һәр кем өсөн асыҡ, кешеләр хәрәкәт итә, улар менән бергә вирустар ҙа тарала. Рәсәйҙә “омикрон” осраҡтары бар, тик беҙ уны тулыһынса контролдә тота һәм унан  ҡасып йәшеренә алмайбыҙ. Вирустың оҙаҡламай илдең башҡа төбәктәрендә лә күренеүе мөмкин.

Әлегә был “ят ҡунаҡ” тураһында бик аҙ беләбеҙ, сөнки клиник осраҡтар менән таныш түгелбеҙ. Көньяҡ Африкала таралған вариантҡа ҡарағанда, ул кешеләрҙә пневмонияға тиҙ әүерелә, йәғни инкубация осоро бик ҡыҫҡа. Һиҙеү-тойоу һәләте юғалыуы билдәле. Температура 38 градустан юғарыраҡ. Быға тиклем сирләгәндәр “омикрон”ды еңелерәк үткәрә. Тимәк, ауырыған кешенең антиесемдәре  уны “омикрон”дан һаҡлай.

 Барыһы ла аныҡ хәлгә бәйле. Әгәр организм  хәлһеҙ икән,  тәбиғи, вирустың бер үк дозаһы  берәүҙә ауыр үтәсәк, ә икенсе кешелә еңелсә генә уҙасаҡ.  Клиник хәлдәрҙе өйрәнмәйенсә тулы яуап биреп тә булмай.

“Омикрон” яңы тулҡынды ҡуҙғытып ебәрмәҫме?  Инҡар итә алмайбыҙ, барыһы ла цикллы дауам итә.  Коронавирустың һуңғы тулҡыны халыҡ өсөн ауыр булды, күптәр ҡаты ауырыны. Был нимә тураһында һөйләй? Тимәк, вирус сифаттарын үҙгәртә килә, тышсаһын алыштыра, беҙ тулыһынса яңы штамдан һаҡлана алмайбыҙ, шуға күрә яңы тулҡындың килеүе ихтимал. Үҙебеҙҙе һаҡлау өсөн бөтә санитария-гигиена талаптарын үтәргә тейешбеҙ. Вакцина яһатыу мотлаҡ, ул беренсел иммунитет, вирус көсөргәнешен кәметәсәк, сирҙең еңел үтеүен тәьмин итәсәк.

Яңы вирустан ҡасып ҡотолоу әмәле юҡ, сөнки ул - Ер йөҙөндәге иң ябай, иң ваҡ тере организм, ҡайһы саҡта кешелек контроленән сығырға булдыра.  Билдәле булыуынса, Новосибирск ҡалаһындағы “Вектор” фәнни үҙәгендә уның үҙенсәлектәре өйрәнелә.

Фото: РИА Новости.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас