Сәләмәт булайыҡ
15 Декабрь 2021, 17:40

Мәртәбәле премия - хеҙмәтеңде таныу тигән һүҙ

Республика клиник онкология диспансеры “Йыл ҡаҙанышы” һәм “Иң яҡшы социаль проект” тип аталған ике номинацияла дипломдарға лайыҡ булды.

Мәртәбәле премия - хеҙмәтеңде таныу тигән һүҙМәртәбәле премия - хеҙмәтеңде таныу тигән һүҙ
Мәртәбәле премия - хеҙмәтеңде таныу тигән һүҙ

Мәскәүҙә онкология өлкәһендә академик А.И. Савицкий исемендәге премия лауреаттарын иғлан иттеләр. Ун номинацияның һәр береһендә дүрт финалист тәҡдим ителһә лә, уларҙың береһе генә награда алды.

Республика клиник онкология диспансеры “Йыл ҡаҙанышы” һәм “Иң яҡшы социаль проект” тип аталған ике номинацияла дипломдарға лайыҡ булды.

Конкурсҡа барыһы 150-нән ашыу заявка бирелгән. Премияларға абруйлы онкологтар – академиктар, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш белгестәре, төп онкология үҙәктәре етәкселәре лайыҡ булды.

Академик А.И. Савицкий исемендәге премия 2021 йылда онкология өлкәһендәге ике ҙур профессиональ ойошма – Рәсәй онкологтар ассоциацияһы һәм Рәсәй клиник онкология йәмғиәте тарафынан ойошторола. Мәртәбәле премия онкология сирҙәре менән көрәшкән, уны өйрәнеүгә, пациенттарҙы дауалауға ҙур өлөш индергән белгестәрҙең ҡаҙаныштарын таныу тигән һүҙ. Был  награда – хәүефле сиргә ҡаршы көрәштең юғары социаль әһәмиәтен аңлау һәм табип-онкологтарҙың хеҙмәтен баһалау, популярлаштырыу.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

аулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас