

18 декабрҙән Башҡортостанда Баш санитар табиптың предприятиеларҙың, ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәренә ҡарата индерелгән сикләүҙәре ғәмәлгә инә.
Был көндән вакцинациялау мотлаҡ тип табылған өлкәлә эшләгән, прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушата аласаҡтар. Вакцинаны коллективтың кәмендә 80 проценты яһатырға тейеш.
COVID-19 диагнозы раҫланған йәки сиргә шик булған кешеләр мотлаҡ ҡурсаланыу режимын һаҡларға тейеш. Был талаптар коронавирус менән ауырыған кешеләр менән бәйләнештә булғандарға ла ҡағыла (вакцинация үткәндәрҙән йә кәмендә ярты йыл элек сирләгәндәрҙән тыш).
Пассажирҙарҙы ташыусылар - "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы, шәхси маршруттар, такси хеҙмәттәре - автобус салондарын махсус препараттар менән эшкәртергә, салон иҙәнен тәүлегенә кәмендә ике тапҡыр еүешләп йыуырға тейеш.
Башҡортостан Башлығының ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр тураһындағы Указына 6 декабрҙә индерелгән үҙгәрештәр менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://npa.bashkortostan.ru/34015/
Республиканың Баш санитар табибы ҡарары менән тулыһынса ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин:
http://02.rospotrebnadzor.ru/content/228/40674/
Ҡарарҙағы үҙгәрештәр: http://02.rospotrebnadzor.ru/upload/iblock/3fa/p_17.pdf
Фотолар: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.