

Республика клиник онкология диспансерының ошо көндәрҙә А.И. Савицкий исемендәге премияға лайыҡ булыуын ишетеп ғорурландыҡ. Халыҡҡа социаль әһәмиәтле ярҙам күрһәтеүсе медицина учреждениеһы ниндәй пландар менән йәшәй? Бөгөн республика клиник онкология диспансерына ойошторолған матбуғат турында байтаҡ мәғлүмәт алдыҡ. Табиптар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” төбәк программаһының үтәлеш барышы тураһында һөйләне.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау” проекты бик күп хыялдарҙы тормошҡа ашырырға, заманса технологиялар, яңы медицина ҡорамалдары алырға, халыҡты ҡабул итеүҙе ойошторорға ярҙам иткән. Диспансерға аяҡ баҫҡан пациенттар тәүҙә “Һаҡсыл поликлиника”ға мөрәжәғәт итә, бөтә тейешле мәғлүмәткә эйә була, талон ала. Элеккесә оҙон сираттарҙа сәғәтләп ултырырға тура килмәйәсәк. Белгестәр ике сменала эшләй, тәү тапҡыр килгән пациенттарҙы ҡабул итергә, тикшеренеүҙәр үткәрергә мөмкинлек булдырылған. Алдан яҙылып килергә лә була. Диспансерҙың баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, алыҫ райондан килгән кешенең төшкә ҡәҙәр бер нисә тикшереү үтеп, төштән һуң ҡайтып китеү мөмкинлеге лә бар.
– Онкология коронавирус инфекцияһы кеүек тиҙ генә үҫешә торған йоғошло сир түгел. Ул йылдар дауамында үҫешә, был осраҡта диагнозды дөрөҫ ҡуйыу бик мөһим. Ентекле тикшерелгәндән һуң теүәл диагноз ҡуйылғас, яман шеште башҡа ағзаларға зыян килтермәйенсә яҡшы дауалай беләбеҙ,– тине баш табип.
Диспансерҙа диагностика үткәреү, тикшереү һәм дауалау өсөн юғары технологиялы заманса аппараттар бар. Шуларҙың береһе тураһында журналистарға ла һөйләнеләр. 2,5 миллиметрҙан да бәләкәйерәк яман шештең микроскопик билдәләрен юҡ итеү өсөн ҡорһаҡҡа химия препараты ебәрә һәм циркуляциялай торған ҡорамал - үҙе бер мөғжизә. Уны 40-43 градусҡа ҡәҙәр йылыталар. Бындай процедура республикала 2020 йылда үткәрелгән. Ғөмүмән, ошондай әмәлдәр илдең ни бары ете төбәгендә үткәрелә.
Табип-рентгенолог, бүлексә мөдире Булат Ибраһимов әйтеүенсә, милли проектҡа ярашлы алынған ҡорамалдар табиптарҙың эшен күпкә еңеләйткән. Тикшереүҙә бик кәрәкле компьютер томографы, магнит-резонанс томографтары һаны артҡан. Турҙа ҡатнашыусылар үҙенсәлекле операция мәлен дә ҡарай алды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хафаға һалған һөт биҙҙәрендәге яман шеш сире билдәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән операция үткәрелде. Вице-премьер –һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған ете төбәк проекты тураһында әйтте, шуларҙың береһе – “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” программаһы. Ошо тәңгәлдә башҡарылған ҙур эштәр, төҙөлөштәр, технологиялар – алға табан ырамлы аҙым. ”Республикала 12 онкология үҙәге эшләй, оҙаҡламай 13-сөһө ишектәрен асасаҡ, беҙҙәге онкологик ярҙам көнбайыштағынан айырылмай”, – тине Максим Забелин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.