

Табипҡа пациенттың рәхмәт һүҙҙәренән дә юғарыраҡ баһа юҡ. Йылы һүҙ – йән аҙығы ғына түгел, ә дәрт-дарман биреүсе, ҡанат ҡуйыусы, профессияңды яратып башҡарыу өсөн көс өҫтәүсе тылсымлы ғәмәл дә. Өфө ҡалаһының Аврора урамында урынлашҡан күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты офтальмологы, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип Лариса Нарбут ҡыҙы Мөнирова пациенттарының күңел йылыһын тойоп, кисерештәрен, хәстәрҙәрен уртаҡлашып, 23 йыл буйына медицина өлкәһенә хеҙмәт итә.
Уның юғары профессионаллеге, талапсанлығы, киң күңеллелеге тураһында пациенттары бына нимә яҙа: “Быйыл сентябрь айында Аврора урамындағы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеүҙәр итнститутында миңә операция яһанылар. Һөҙөмтә мин көткәндән күпкә яҡшыраҡ булып сыҡты. Табип Лариса Нарбут ҡыҙының операцияны һүҙ тейгеһеҙ оҫта башҡарып сығыуына һоҡланам. Ҡулы ҡаты, көслө, хирургик әмәлдәре теүәл! Ҡаҙаныштар, һаулыҡ теләйем!” – тип яҙа Евгений Тимофеев.
“Лариса Нарбут ҡыҙына икенсе тапҡырға эләктем. Тәүге операцияны 2018 йылда яһаны. Быйыл икенсе күҙҙәге катарактаға операция эшләнде. Тап уға, сабыр, иғтибарлы, алтын ҡуллы табипҡа эләгеүемә бик ҡәнәғәтмен. Уның ауырыуҙарға яҡшы мөнәсәбәте операция алдынан була торған ҡурҡыу тойғоһон һыпырып алырға, тынысланырға ярҙам итә. Үҙ эшенең ысын оҫтаһы ул”, – тип рәхмәт һүҙҙәрен еткергән тағы бер пациенты. Социаль селтәрҙә яратҡан табиптарына маҡтау, ололау һүҙҙәрен артабан да дауам итергә булыр ине.
– “Кемгә изгелек күрһәтһәгеҙ, уның әмире булырһығыҙ”, тигән аҡыл эйәләренең береһе. Пациенттарығыҙ онотмай, социаль селтәрҙә һеҙҙең адресҡа ҡарата бары маҡтау һүҙҙәре генә, “Докторҙар тураһында” ғы сайтта ла рәхмәт, ихтирам тойғолары етерлек. Ауырыуҙарығыҙҙың барыһын хәтерләп тә бөтмәйһегеҙҙер, моғайын…
– Һәр береһе хирург ҡулы аша ғына түгел, уның йөрәге, күңеле аша үтә. Һауығып сыҡҡас та онотмайҙар, ҡунаҡҡа саҡыралар. Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары атай-әсәйемдең тыуған төбәктәре булғанлыҡтан, шул төбәктән килгән яҡташтарым мине лә яҡын күреп, хөрмәт итә. Тик әлегә ҡунаҡҡа йөрөр әмәл юҡ, бары райондарға сығып, халыҡты ҡабул итеп, медицина тикшереүҙәре үткәрәбеҙ. Ковидтан һуң өҙлөгөүҙәргә дусар булған, күҙ ауырыуҙары менән яфаланған ауырыуҙарға ярҙам итәбеҙ.
– Был ҡороғор вирус ҡыҫылмаған, зыян итмәгән бер ағза ла юҡтыр, ахыры…
– Коронавирус инфекцияһы төрлөсә үҙен һиҙҙерә, еңелсә генә үтеүе лә, ғүмергә ҙур хәүеф тыуҙырыуы ла мөмкин. Ғөмүмән, уның организмдың теләгән бер ағзаһына зыян килтереүе ихтимал. Донъя ғалимдары ковидтан һуң күҙҙәрҙең киҫкен ауыртыуын күҙәтә, хатта күпмелер ваҡыт үткәндән һуң да сирҙәрҙең көсәйеүе мөмкин, тип иҫәпләй. Күҙ йәшендә, өҫкө секрецияһында, шулай уҡ туҡымаһында вирус табылыуы тураһында күҙәтеүҙәр ҙә бар. Күҙ өҫтөндәге күҙәнәктәр, шулай уҡ конъюктивит вирус өсөн асыҡ “ҡапҡа” һәм кешенән-кешегә тапшырыу өсөн резервуар булыуы мөмкин, тип фаразлай күп кенә ғалимдар. Күҙ өҫтөнөң хроник сирҙәре күҙҙең лайлалы тиресәһе һәм селтәрле шекәрәһенең зарарланыуына килтереүе ихтималлығын да беләләр.
– Лариса Нарбут ҡыҙы, һеҙҙең нигеҙҙә күҙҙәрҙең артҡы өлөшөнә хас булған сирҙәрҙе дауалау менән шөғөлләнеүегеҙҙе беләбеҙ.
– Күҙҙең артҡы өлөшө лә организмдың башҡа органдары һәм туҡымалары кеүек инфекцияға дусар. Күҙгә килтерелгән зарар төрлөсә, күп яҡлы. Ковидтың асыҡланыуы һәм офтальмологик билдәләр күренеү араһындағы ваҡыт арауығы яҡынса 12 көн дауам итеүен билдәләй өйрәнеүсе ғалимдар. Сир ир-атҡа ла, ҡатын-ҡыҙға ла берҙәй тәьҫир итә. Был хаҡта ғалимдарҙың байтаҡ тикшеренеүҙәре донъя күрҙе лә инде. Инфекциянан һуң күҙҙең артҡы сегментында барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәр ҙә күп төрлө. Селтәрле шекәрәнең (сетчатка) үҙәк артерияһы окклюзияһы ҡан тамырҙарының зыян күреүенә килтерә. Кешенең кинәт күҙҙәре ауыртыуы менән бергә күреүе лә насарлана. Матбуғат баҫмаларында макуляр формалары тураһында яҙмалар ҙа күренә башланы. Ҡатмарлы диагноздар менән уҡыусыларҙы яфаламайыҡ, улары табиптар ҡарамағына ҡалһын. Дөйөмләштереп әйткәндә, ковид менән еңелсә генә сирләгәндән һуң да күҙ күреүе насарланыуы, селтәрле шекәрәнең эске ҡатламының пигментлы ҡатламдан айырылыуы, күҙ алмаһы ҡыуышлығындағы күҙ яҫмығы артындағы үтә күренмәле массаның зарарланыуы, селтәрле шекәрәгә ҡан һауыуы ихтимал.
– Организмдың бәләкәй генә органына ниндәй хәүефле өҙлөгөүҙәр кисерергә тура килә...
– Бәләкәй генә булһа ла, күҙҙәр бит бик ҡатмарлы, нескә ағза. Ковидтың уларға тәьҫире бөтә донъя табиптары, ғалимдары тарафынан өйрәнелә, артабан да тикшеренеүҙәр дауам итер, һөҙөмтәләр фәнни эштәрҙә сағылыр, тип уйлайым. Офтальмологтарға өйрәнәһе, эҙләнәһе, сағыштыраһы эш артасаҡ әле.
Вакцина яһатҡандан һуң да тынысланырға ярамай, ковидтан һаҡланыу сараларын мотлаҡ күҙәтергә кәрәк. Бөгөн күҙҙәрҙең хроник сирҙәре вакцина яһатыуға кәртә түгел. Ковидҡа ҡаршы илебеҙҙә тәьҫирле ҡорал табылыуы пандемия менән көрәштә мөһим аҙым икәнен онотмайыҡ.
– Лариса Нарбут ҡыҙы, әйҙәгеҙ, үтеп барған йыл мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, киләсәк хаҡында хыялланып алайыҡ. Һеҙ йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы? Киләһе Барыҫ йылы тап һеҙҙең йыл түгелме?
– Эйе, киләһе йыл минеке! Барыҫ йылын һәр ваҡыттағыса түҙемһеҙлек менән көтәм, сөнки ул миңә мәрхәмәтле, йылы мөнәсәбәттә. Бығаса хәл ителмәгән, йән көйҙөргән мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә ул йылда көтөлмәгәнсә еңел бирелә. Йондоҙҙарҙың мине алдағаны юҡ. Ғаиләмә ҡағылған бер ваҡиға менән генә бүлешмәксемен.
Беҙ иптәшем менән ун йыл буйына улыбыҙ йәиһә ҡыҙыбыҙ тыуыуын сабырлыҡ менән көттөк һәм… бәхет беҙҙең йортобоҙға килде! Тап Барыҫ йылында 36 йәшемдә мин Рауль исемле улыбыҙҙы ҡулыма алдым. Шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Хәҙер ул VI класта уҡып йөрөй. Теләк теләргә кәрәк.
– Улай булғас, барыбыҙ ҙа пандемияның тиҙерәк тамамланыуын, мәкерле вирустың беҙҙең планетаны ташлап китеүен теләйек!
– Киләһе йыл беҙгә мәрхәмәтлерәк булыр, тип ышанам. Тик үҙебеҙгә Барыҫ кеүек сосораҡ, йәһәтерәк булырға, оҫта “һунарсы” ҡылыҡтарын үҙләштерергә, төрлө хәл-ваҡиғаға яраҡлашырға тура килер, моғайын. Ғөмүмән, Барыҫ йылы яңы финанс мөмкинлектәре һәм тормош кимәле яҡшырыуын вәғәҙәләй. Астрологтар әйтеүенсә, 2022 йыл яҡты мул тормошҡа илтеүсе юлдарҙы кәртәләрҙән, ауырлыҡтарҙан арындырырға тейеш. Барыбыҙға ла һаулыҡ, именлек һәм теләктәрҙең ғәмәлгә ашыуын теләйем.
–Яңы йыл теләктәрегеҙ һәм кәңәштәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!