Сәләмәт булайыҡ
16 Декабрь 2021, 18:30

Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур

Башҡортостандың оло йәштәгеләр өсөн махсуслаштырылған вакцинациялау пункттарында туғыҙ мең самаһы кеше прививка яһатҡан.

Был хеҙмәткә ихтыяж ҙурБыл хеҙмәткә ихтыяж ҙур
Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур

Башҡортостандың оло йәштәгеләр өсөн махсуслаштырылған вакцинациялау пункттарында туғыҙ мең самаһы кеше прививка яһатҡан.

Улар октябрь аҙағында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ололар хаҡында хәстәр” проектына ярашлы асылғайны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: оло йәштәгеләр өсөн махсуслаштырылған вакцинациялау пункттары Башҡортостандың барлыҡ райондарында эшләй, йәмғеһе 56 пункт бар. Һәр аҙна “Сәләмәт кесаҙна” сараһы уҙғарыла, унда тематик лекциялар, бүләктәр оттороу ойошторола, шәхси һаҡланыу саралары, тонометрҙар тапшырыла.

Был эш октябрь аҙағынан “Ололар хаҡында хәстәр” акцияһына ярашлы яйға һалынған, ошо арауыҡта туғыҙ мең самаһы өлкән йәштәге кешегә прививка яһалған.

Ошондай пункт Салауат ҡалаһында ла - “Аструм” сауҙа үҙәгендә эшләй. Унда 662 пенсионер прививка яһатҡан.  

Бөгөн Өфөлә иһә “Беҙҙең хәстәр” проектының “Табиптарға рәхмәт” акцияһы барышында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров баш ҡалалағы 1-се поликлиникала өлкән йәштәгеләр өсөн ойошторолған вакцинация пунктында булды һәм медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашты, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шәхси һаҡланыу саралары, тонометрҙар, татлы бүләктәр тапшырҙы.

1-се поликлиниканың баш шәфҡәт туташы Марина Мамаева әйтеүенсә, бындай пункттар бик кәрәкле, уларға ихтыяж ҙур.

Яҡындағы пункттың адресын “Берҙәм Рәсәй” партияһының колл-үҙәгенә 8-800-201-89-03 номеры буйынса шылтыратып, эш көндәрендә 9.00 - 18.00 сәғәттәр араһында белергә була. Шулай уҡ ошо номер аша вакцинациялауға яҙылырға ла мөмкин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас