

Күмертау ҡалаһы дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Йөрәк- ҡан тамырҙары менән көрәш” федераль программаһына ярашлы, ангиограф аппаратын файҙаланыуға тапшырҙы. Кисә уның ярҙамында коронар артерияларҙа ике операция яһалған.
Тәүге пациент Күгәрсен районынан, 63 йәштә, йөрәк өлкәһендә ауыртыуҙар менән ашығыс рәүештә дауаханаға килтерелгән. Республика кардиология үҙәгенән саҡырылған рентген-хирург Азат Мөхәмәтйәнов етәкселегендә коронарография үткәрелгән. Һул коронар артерияһында тарайған урындар билдәләнгән һәм операция өҫтәлендә алғы йөрәк ҡарынсыҡтары араһындағы артерияға бер юлы стент индерелгән. Шулай итеп, артерия киңәйтелгән һәм ҡан менән тәьмин итеү тәьмин ителгән. Тимәк, пациент миокард инфарктынан һәм хатта кинәт коронар үлем осрағынан ҡотолдоролдо тигән һүҙ.
79 йәшлек икенсе пациенттың коронар артериялары тарайыуы асыҡланған, уға коронар шунтлау операцияһы талап ителә. Бындай ауырыуҙар, хәлдәре тотороҡланғас, республика кардиология үҙәгенә асыҡ йөрәктә операция яһау өсөн оҙатыласаҡ. Ҡалала ҡан тамырҙары үҙәге асыу ауырыуҙар өсөн бик уңайлы булды.Махсуслаштырылған медицина ярҙамы алыҫ райондарға ла яҡынайҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.