

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үҙенең бәлиғ булмаған улының ирекмән сифатында Мәскәүҙә “Спутник М” вакцинаһын ҡаҙатҡаны тураһында белдерҙе. Был хаҡта ул Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында хәбәр итте.
Коронавирусҡа ҡаршы “Спутник М” вакцинаһы 12 - 18 йәшлектәр өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостанға ул яҡын арала килтереләсәк. Препарат “Спутник V” вакцинаһы нигеҙендә яһалған, шулай уҡ ике компоненттан тора. Икенсеһен 21 көндән һуң ҡаҙатырға мөмкин. Иҫкәртеү прививкалары 15 йәшкә тиклем ата-әсәнең йәки законлы вәкилдәре ризалығы менән башҡарыла. Унан ҙурыраҡтарҙың прививка яһатыуы өсөн үҙҙәренең ризалығы кәрәк. Максим Забелин әйтеүенсә, республикаға 2,74 миллион доза вакцина килтерелгән.
Фото: ”Башинформ”.