Сәләмәт булайыҡ
16 Декабрь 2021, 12:00

“Омикрон”ды ҡаршы алырға әҙербеҙме?

 Карантин – мотлаҡ процедура. Тәртип боҙоусыларға 40 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.

“Омикрон”ды ҡаршы алырға әҙербеҙме?“Омикрон”ды ҡаршы алырға әҙербеҙме?
“Омикрон”ды ҡаршы алырға әҙербеҙме?

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республикала юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Тәү сиратта улар  коронавирустың яңы штамы табылған төрлө илдәрҙән килгән туристарға һәм  студенттарға ҡағыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йыш яңғыраған һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.

“Туристарға ниндәй талаптар ҡуйыла? Донъяла эпидемиологик хәл насарланыу менән бәйле, имен булмаған илдәрҙән килеүсе кешеләр изоляция режимын һаҡларға һәм ике тапҡыр ПЦР-тест тапшырырға тейеш. Был исемлеккә Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ Африка республикаһы һәм Гонконг ингән. Был Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы ҡарарында әйтелгән.

Был илдәрҙән Өфөгә тура рейстар юҡ, әммә кешеләр транзит менән башҡа илдәр аша килә ала. Мәҫәлән, Төркиә  йәки Европа илдәре аша. Шуға күрә сит илдән инеүсе һәр кемдең документтарын тәүҙә сит ил һаҡсылары тикшерә. Әгәр кешенең һуңғы 14 көн эсендә ошо илдәрҙең береһендә булыуы асыҡланһа, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәре саҡыртыла. Аэропорттың таможня зонаһында туристарға экспресс-тест яһала. Һөҙөмтә 15-20 минутта әҙер була. Ул ыңғай булһа, кешене йоғошло ауырыуҙар госпиталенә алып китәсәктәр.  Сир булыуы асыҡланмаһа, ул 14 көнлөк изоляцияны үтергә тейеш. Өйҙә лә ултырырға мөмкин. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, был ваҡытты махсус асыҡ медицина обсерваторында үткәрергә тура киләсәк.

Әгәр  турист тестан һәм обсервациянан баш тартһа? Карантин – мотлаҡ процедура. Тәртип боҙоусыларға 40 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.

Ҡайҙан килеп сыҡты яңы штамм? Вирус даими үҙгәреп тороусан, мутация  һәм яңы штамдар барлыҡҡа килтереүсән. Был тәбиғи хәл. Үҙен һаҡлау өсөн вирус тышсаһын үҙгәртеп тора. Рәсәйҙә “омикрон” штамдары табылды, әлегә аҙ. Был уның таралыуының башы ғына булыуы ихтимал. Унан тулыһынса ҡасып ҡотолоп булмай.

Ят “ҡунаҡ”ты аҙ беләбеҙ, клиник осраҡтарҙы күҙәткәнебеҙ юҡ. Коронавирус сирен элек үткәргән йәки вакцина яһатҡан кешеләрҙең яңы штамды еңел үткәреүе билдәле,” – тигән аңлатма бирҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас