

Һеҙҙең иғтибарға еңел генә әҙерләнгән файҙалы төнәтмә рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн биш аш ҡалағы ҡарағай ылыҫы, ике аш ҡалағы гөлйемеш һәм уртаса ҙурлыҡтағы ике баш һуған ҡабығы алабыҙ. Өҫтөнә бер литр һалҡын һыу ҡойоп ҡайнатабыҙ һәм талғын ғына утта ун минут ҡапҡасын ябып быҡтырабыҙ. Йылымысҡа әйләнгәнсе тотабыҙ ҙа һөҙөп алабыҙ. Был төнәтмә ике көнгә иҫәпләнгән.
Уны ниндәй осраҡтарҙа эсергә кәңәш итәләр? Тәү сиратта – юғары ҡан баҫымынан йонсоғанда. Биш көн эскәндән һуң уҡ яҡшырыу тойорһоғоҙ, баш ауыртыуы үтер. Был осраҡта дауалау курсы – дүрт ай. Ҡан баҫымығыҙҙы даими тикшереп тороғоҙ, күпмелер ваҡыттан һуң көн дә эскән дарыуығыҙҙың кәрәк булмауы ла ихтимал.
Төнәтмә организмды, бигерәк тә эсәктәрҙе һәм бауырҙы таҙарта. Шулай уҡ ул иммунитетты күтәреү, йоғошло ауырыуҙар мәлендә организмды һаҡлау һәләтенә эйә. Теш ҡаҙналары ҡанап ыҙалатҡан осраҡта ла килешә. Сәләмәт булығыҙ!
Д. АРЫҪЛАНОВА,Г. ЯҠШЫҒОЛОВА, Ә. ҒИЗӘТУЛЛИНА