

Организмды таҙартыуҙың хәҙер ниндәй юлдарын ғына тәҡдим итмәйҙәр. Кемгәлер уларҙың килешеүе йә килешмәүе бар. Шул уҡ ваҡытта һәр кемгә зыяны теймәҫтәй таҙарыныу саралары етерлек. Бәлки, бының кемгәлер кәрәге тейер, түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ.
Организмды таҙартыуҙы этаплап үткәрергә кәрәк.
1. Көнө буйы таҙартылған йә туңдырып иретелгән һыу эсеү. Уға лимон һуты йәки бал өҫтәргә лә мөмкин. Һәр ашарҙан ярты сәғәт алда таҙа һыу эсеү.
2. Дарыухананан расторопша алабыҙ. Ул - организмда матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүсе сара, таҙарындыра ла, бауырға яҡшы тәьҫир итә. Расторопша төнәтмәһен көнөнә 2-4 тапҡыр эсеү һөҙөмтәле буласаҡ.
3. Иртәнге аш ваҡытында бер десерт ҡалағы етен орлоғо ашау ашҡаҙан-эсәк юлының эшмәкәрлеген яҡшырта. Әгәр ҙә инде кистән орлоҡто ебетеп ҡуйып ҡулланһаң, тағы ла яҡшы. Ҡуйырған масса эсәктәрҙең эске яғына яғылып, яҡшы тәьҫир итә.
4. Ашап, 20 минут үткәс, йәшел йәки үлән сәйе эсеү. Бындай сәй ҡандағы шәкәр күләмен нормаға килтерә, ашҡаҙандағы елһенеүҙе баҫа, бауыр һәм бөйөрҙәрҙе таҙарта. Йәшел сәйҙең көндәлек ҡулланыуға инеүе яҡшы.
5. Көс биреүсе салат ашау.
Салат өсөн кәрәк:
200 грамм брокколи
120 грамм йәшел борсаҡ
40 грамм авокадо
20 грамм көнбағыш орлоғо
100 грамм яңы ҡыяр
50 грамм брынза
50 грамм бөтнөк һәм петрушка үләне
лимон һуты
зәйтүн майы.
Ингредиенттарҙы турап, яҡшылап болғатып, зәйтүн майы һәм лимон һуты менән болғатырға һәм табынға бирергә. Салатта энергетик балансты тергеҙерлек фолий кислотаһы бар.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото:donatewales.org