Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2021, 09:54

“Кемдер өсөн үлем фажиғә түгел, бары – статистика”

Собкор02.руСобкор02.ру
Фото:Собкор02.ру

Рәсәй табиптары илдә вакцина яһатыу барышы менән ҡәнәғәт түгел, “былай барһа, алда беҙҙе локдаун көтөүе нигеҙле буласаҡ,”– тип белдерҙе педиатр Алексей Бессмертный, ысынбарлыҡтағы хәлде баһалап.

– Донъяны ковид менән бергә аҡылһыҙлыҡ, битарафлыҡ сире лә баҫты кеүек. Яңы вирус бығаса күрелмәгән кимәлдә тарала, рәсми һандарҙан ғына күренеүенсә, ул көн һайын мең кешене үҙе менән алып китә. Тик йәмғиәт өсөн был фажиғә түгел, бары – статистика. Бәлә бит һинең эргәңдә түгел, әллә ҡайҙағы  ҡалала йәки ауылда, дауаханаларҙа, тип өмөтләнәбеҙ... Минең менән ундай хәл булмаясаҡ, тип уйлай күптәр. Вакцина яһатмау өсөн төрлө сәбәптәр уйлап сығарып, интернетта эҙләнеп, уйҙырмаларына аҡлау табалар.  Имеш, прививкаларҙың ҡот осҡос ауыр эҙемтәләре бар, түлһеҙлек, кинәт үлем, халыҡты кәметеү өсөн эшләнгән әмәл... һәм башҡа күп төрлө уйҙыр­малар. Үҙҙәре шул уҡ ваҡытта эскелек менән шөғөлләнә, тәмәке көйрәтә, юғары тиҙлектә машинала елдерә, балалары сирләһә лә, вакцина яһатырға ашыҡ­май. “Беҙҙе мәжбүр итәләр, хоҡуҡ­тарыбыҙҙы боҙалар”, тип лаф оралар, зарланалар. Әйтерһең, башҡа бөтә өлкәләрҙә граждандарҙың хоҡуҡ­тары тулыһынса күҙәтелә. Улар тағы күпме көтөргә уйлайҙар икән? Бына тағы бер көн үтте, тағы 1 000 кешене юғалттыҡ. “Юҡ, беҙ көтәбеҙ әле, ваҡыт юҡ...” Ә таң атыуға йәнә 1 000 ауырыу вафат. Дуҫ-иш араһында тәүҙә прививка яһатыуға ҡаршы булып та,  ғаиләһендә фажиғә кисергәндән һуң, вакцина ҡаҙатҡандар ҙа бар. Үкенескә ҡаршы, бик һуңлап...

Таныштарым араһында сертификатты һатып алғандар ҙа етерлек, хатта тартынып та тормай маҡтаналар. Имеш, арзан хаҡҡа һатып алғандар. Минеңсә, улар үҙҙәренең сикләнгәнлеге менән маһая. Берҙәмлек булмағанда, алда беҙҙе сикләүҙәр һәм локдаун көтә. Башҡа илдәрҙең өлгөһө лә беҙгә маяҡ түгел. Мин эксперт булмаһам да, тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: бер айға бөтә учреждениеларҙы ябырға, был ваҡытта кешеләрҙе прививкаларға, ялған сертификатлы кешеләргә вакцина ҡаҙатырға мөм­кинлек бирергә, бары QR-код буйынса транспортҡа, сауҙа үҙәктәренә һәм башҡа йәмәғәт урындарына инергә рөхсәт итергә кәрәк тип уйлайым. Саралар ҡаты, әммә ҡайһы бер Европа илдәре тап ошо ҡағиҙә менән йәшәне, әле лә йәшәйҙәр, үлем осраҡтары аҙ – көнөнә 10-20 кеше. Ә беҙҙә – 1 000! Тағы нисә көн, ай йәки йыл көтөргә кәрәк?

Д. АРЫҪЛАНОВА,Г. ЯҠШЫҒОЛОВА, Ә. ҒИЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас