Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2021, 09:57

Организмды таҙартабыҙ

sauna-pod-klyuch.rusauna-pod-klyuch.ru
Фото:sauna-pod-klyuch.ru

Һәр кешенең организмында төрлө паразиттар йәшәй. Улар ҙур сирҙәргә килтермәһен өсөн йыш-йыш иҫкәртеү саралары үткәреп тороу шарт. Паразиттарҙы үлтерә алырлыҡ ингредиенттарҙы ашаған аҙыҡҡа өҫтәп ҡулланыуҙы халҡыбыҙ электән белгән.

Түбәндәге биш продукт – әлеге проблема менән көрәштә ҙур ярҙамсы.

Кейәү үләне йә ҡанүлән (тимьян). Был япраҡлы үҫем­лек иммун системаһында мөһим булған сәнскесле биҙҙең эшмәкәр­леге өсөн кәрәк. Иммунитетты күтәреү өсөн кейәү үләнен эхинацея япрағы ҡушып, бешереп эсәләр. Ҡанүләндән алынған май ашҡаҙан-эсәк юлындағы ҡорттарға ҡаршы ҡулланыла.

Ҡәнәфер (гвоздика). Ғәҙәттә, уны аш-һыу яраш­тырғанда тәм өсөн өҫтәйҙәр. Ҡәнәфер шулай уҡ бактерияларға, вирус һәм төрлө бәшмәктәрҙең үҫешенә ҡаршы тора алырлыҡ үҙенсәлеккә эйә. Унан алынған эфир майы ҡорттарҙың йомортҡаларына тиклем үлтерә.

Әрем (полынь). Хәҙер уның тураһында белмәгән кеше ҡалманы. Уны ашҡаҙан сирҙәренән һәм эсәк буйындағы ҡорттарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланалар. Микробтарға ҡаршы торорлоҡ көслө сара ул. Ауырлы һәм имеҙгән ҡатындарға был үләнде ҡулланыу ярамай.

Һарымһаҡтың бөтә төр микробтарҙы ла һәләк итә алыуы тураһында һәр кемгә мәғлүмдер. Ул хатта организмдан ауыр металдарҙы ла сығара. Ә еҫе иһә ҡан һурғыс бөжәктәрҙе өркөтә.

Имбер. Ул ауыртыныу тыуҙырыусы бактериялар менән яҡшы көрәшә, организмда барған елһенеү процесын туҡтата, тынысландыра, иммунитетты нығыта. Имберҙе сәйгә өҫтәп эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.

Өҫтә һаналған биш продукт организмда паразиттар үрсеүгә ҡаршы көрәштә яҡшы сара булып тора. Аҙаҡ дауаланып аҙапланғансы әленән уны нығытыу, сирҙәрҙе иҫкәртеү яҡшыраҡ.

Д. АРЫҪЛАНОВА,Г. ЯҠШЫҒОЛОВА, Ә. ҒИЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас