Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2021, 09:53

Телеңде йоторлоҡ һурпаһы!

Gastronom.ruGastronom.ru
Фото:Gastronom.ru

Бала саҡта әсәйҙәребеҙ һалҡын тейҙереп ауырып китһәк, йәһәт кенә тауыҡ һурпаһы әҙерләп эсерергә тырыша торғайны. “Һурпа эсһәң, хәҙер шәбәйерһең”, – тинеләр. Инде өлкәнәйгәс тә,  тауыҡ һурпаһын тәмләгәндә уның йылылыҡ, көс, еңеллек биреүен һиҙгәндәй булаһың.   Был ысынлап та шулаймы, әллә бары ыңғай тойғолар ғынамы?

Диетологтар әйтеүенсә, тауыҡ һурпаһы тын юлдарын таҙарта. Ундағы цистеин аминокислотаһы  үпкәләге һәм тын юлдарындағы лайланы шыйығайтып сығарып, һалҡын тейеүҙе дауалай. Еүеш лайланан ни тиклем тиҙерәк ҡотолһаң, һыуыҡ тейеүҙе тыуҙырған вирусҡа ҡаршы организм яҡшыраҡ көрәшәсәк. Белгестәр тауыҡ­ты талғын утта бешерергә, өҫкә сыҡҡан күбекте (эрегән аҡһым) алмаҫҡа  кәңәш итә.  Борсолмағыҙ, ул бары фай­ҙаға ғына, тиҙәр.

Танау ҡыуышлығында вирустар оялағас, организм цитокиндар бүлеп сығара. Был аҡһым организмдың тышҡы ҡуҙғытҡыстарға иммун яуабын көйләй, йәғни ярҙам һорап “яу ҡуптара”. Уларҙың хәүефле хәлен һиҙеп, ҡан тамырҙары киңә­йә һәм ҡурҡыныс аҫтындағы өлкәгә ҡан ағымын арттыра. Организм “ҡыҙыу нөктә”гә күберәк иммун системаһын төп һаҡлаусы – аҡ ҡан тәнсәләрен ебәрә. Ҡан ағы­мы вирусҡа ҡаршы көрәшен көсәйтә. Тауыҡ һурпаһы ялҡынһыныуҙы баҫырға ярҙам итә. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренә ярашлы,  был осраҡта хатта концен­трацияланған һурпа ла файҙалы. Тауыҡ итендә һалҡын тейеүҙе барлыҡҡа килтергән реакцияларҙы баҫыусы карнозин тигән химик матдә бар. Ә ул – көслө антиоксидант. Өҫтәүенә, тире торошон яҡшырта, тиҙ ҡартайыуҙан һаҡлай, мус­кул­дарҙы нығыта, орга­низмдың сыҙамлылығын арттыра.  Карнозинға бай сығанаҡтар: йомортҡа, һөт аҙыҡтары, сырҙар.

Һурпаға  кишер, сельдерей, һарым­һаҡ, имбер өҫтәргә мөмкин, тик улар аштың тәмен алмаһын. Кишерҙәге А витамины  бигерәк тә файҙалы, термик эшкәртеү барышында ла үҙенсәлектәре тотороҡло һаҡлана, лейкоциттарҙы нығыта һәм сирҙәргә ҡаршы торорға ярҙам итә, тип иҫәпләй белгестәр.

Д. АРЫҪЛАНОВА,Г. ЯҠШЫҒОЛОВА, Ә. ҒИЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас