

Өфөләге 18-се дауахананың йоғошло ауырыуҙар госпитале мөдире Диләрә Шаһиева үҙенең тап ошо ауыр һөнәрҙе һайлауына һис үкенмәй.
”Хыялымдың тормошҡа ашыуы өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен, тап улар минең үҫешеүемә, белем алыуыма ҙур көс һалды, ярҙамын һәм һөйөүен йәлләмәне”, – ти ул.
Буласаҡ табип 2009 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлай һәм Өфө поликлиникаларының береһендә табип булып эш башлай. 2019 йылда Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында табип-невролог бурысын атҡара. Хәҙер уның хеҙмәт урыны - Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһында.
“Туғандарым һәм яҡындарым минең өсөн бик борсола, шул уҡ ваҡытта ғорурлана. Айырыуса бөгөнгө ябай булмаған осорҙа табип һөнәренең ни тиклем кәрәкле, изге икәнен улар яҡшы аңлай. Яҡын туғандарымдың икәүһе тап минең һөнәрҙе үҙ итте, әле университетта белем алалар.
Ковид беҙҙең эш ритмына һәм тормошобоҙға ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Тәүге мәлдә хәлдең шул тиклем дә етди, оҙайлы булырын күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Мин “ҡыҙыл зона”ла эшләй башланым, башта барыбыҙ ҙа билдәһеҙлектән яфаландыҡ. Тәүге пациенттар алдында ҡаушап ҡалдыҡ, сөнки бөтәһе лә ят, тәжрибә юҡ... Бөтөнләй билдәһеҙ вирус, өҙлөкһөҙ ауырыуҙар ағымы, өҫтәүенә күбеһе ауыр хәлдә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үтәргә кәрәк. Кешеләр ҙә баҙап ҡалды, ҡурҡыу тойғоһо көслө ине.
Иң ауыры үлемгә илткән сирҙең аҙыу процесын контролләп булмау ине. Хәҙер иһә ауырыуҙы үткәргән йәки юғалтыуҙар кисергән кешеләр ваҡытында вакцина яһатыу кәрәклегенә шикләнмәй. Үҙеңдең һәм яҡындарыңдың хәүефһеҙлеген һаҡлау өсөн әлегә бынан да яҡшыраҡ сара юҡ. Табиптар төшөнкөлөккә, битарафлыҡҡа бирелмәһен өсөн етәкселектең, хеҙмәттәштәреңдең, яҡындарыңдың аңлауы, ярҙамы кәрәк. Ауыр стресс, көсөргәнеш эсендә эшләгән хеҙмәттәштәрем менән сикһеҙ ғорурланам, уларҙың ашығыс рәүештә ҡарар ҡабул итеүенә, бер-береһен дәртләндерә, йылы һүҙҙәр таба һәм шаярта белеүенә һоҡланам. Улар менән аңлашып эшләргә һәм йәшәргә була”, – ти Диләрә Шаһиева.
Фото: "Горобзор".