

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәт, матур булһын өсөн ниндәй витаминдарҙың организмды туйындырыуы мөһим? Сәстең, тырнаҡтарҙың ныҡлығы, тиренең һығылмалылығы өсөн витаминдарҙың кәрәклеге фәнни яҡтан күптән иҫбатланған. Уларҙы яңынан иҫкә төшөрәйек.
Е витамины антиоксидант булараҡ билдәле. Ул организмдың ҡартайыуы һәм яман шеш күҙәнәктәренең барлыҡҡа килеп үрсеүенә ҡаршы көрәшә. Ҡатын-ҡыҙҙың енси биҙҙәренең эшмәкәрлеген яҡшыртыуға ярҙам итә, эстроген гормонының күбәйеүенә килтерә. Токоферол етешмәгәндә, ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе ирҙәрҙекенә тартым була башлай.
С - матурлыҡ витамины. Ул да антиоксидант булып тора. Аскорбин кислотаһы меланин барлыҡҡа килеүҙе һәм тарҡалауҙы көйләй. Шуның өсөн дә был витамин етешмәһә, тирене һипкел, миң, сыбар таптар баҫа башлай.
А витамины кишерҙә, абрикоста, ташҡабаҡта, балыҡта, йомортҡала - ҡыҙғылт һары төҫтәге аҙыҡ-түлектә - бар. Организмға ул етешмәгәндә, тире ярылыусанға әйләнә, табан һәм ус тирәһендәгеһе бигерәк тә. Ирен сите ярылып ыҙалата.
В төркөмө витаминдарына ҡытлыҡ икән, кеше хәлһеҙлек тоя, һәр ваҡыт йоҡоһо килә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, буштан-буш йән көйөүе күҙәтелә. Шулай уҡ күреү һәләте насарая, күҙ әсетә һәм ҡабағы ҡыҙара. Иҫтә тоторға кәрәк: сәс ҡойолмаһын өсөн В5 витамины, ә бөтә система һөҙөмтәле эшләһен өсөн В9 кәрәк.
Н витамины матур тире һәм лайлалы тиресәнең сәләмәтлеге өсөн бик мөһим. Ул эсемлек әсеткеһендә, арахис сәтләүегендә һәм бауырҙа күп.
Д витамины һөйәктәрҙең тығыҙлығы, тештәрҙең аҡлығы һәм сәләмәтлеге, тырнаҡ-сәстең сәләмәт төҫө өсөн яуап бирә.
Фото: tvcenter.ru