

Бөгөн Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казактың коронавирустан вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш биреүсенең эштән ситләтеү хоҡуғы тураһындағы ҡарары көсөнә инде. Был сикләү мотлаҡ вакцина яһатырға тейешле тармаҡтар исемлегендәге хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла. Улар иҫәбендә–сәнәғәт, төҙөлөш һәм проектлау, ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ исемлеккә уҡытыусылар, медицина, социаль учреждение, сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр индерелде. Өҫтәүенә учреждениеның прививка яһатҡан хеҙмәткәрҙәре кәм тигәндә 80 процент тәшкил итергә тейеш. 20 декабрҙән власть органдары рейдтар үткәрә башлаясаҡ.
–Ҡарар үтәлмәгәндә административ штраф һалынасаҡ. Эш биреүсе прививка тураһында сертификаты йәки вакцина ҡаҙатмауға рөхсәт биргән медицина белешмәһе булмаған хеҙмәткәрен эштән ситләтә ала. Был осраҡта эш хаҡы түләнмәйәсәк, – тип аңлатты Анна Казак.
Был ҡарар октябрь айында уҡ ҡабул ителде, эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәргә талапты үтәү өсөн байтаҡ ваҡыт бирелде. Һеҙгә ковидтан мотлаҡ вакцина яһатырға тейешле граждандарҙың айырым категорияһы исемлеге менән тағы бер ҡат танышырға тәҡдим итәбеҙ:
–60 һәм унан өлкән йәштәгеләр;
–Медицина, фармацевтика һәм шифахана-һауыҡтырыу ойошмаларында хеҙмәт итеүселәр;
–Белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;
–Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү һәм социаль яҡлау ойошмалары, күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре;
–Транспорт һәм транспорт инфраструктураһы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;
–Хоҡуҡ һаҡлау органдары, дәүләт сигендәге пропуск пунктында дәүләт контроль органы хеҙмәткәрҙәре, яза-башҡарыу системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;
–Вахта ысулы менән эшләүселәр, ирекмәндәр;
–Хәрбиҙәр, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар;
–Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе – сауҙа, матурлыҡ, косметика, массаж салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар эшселәре, шул иҫәптән көнкүреш хеҙмәте – химчистка, ателье, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәре; финанс ойошмаларының клиент подразделениелары, почта элемтәһе, мәҙәниәт усаҡтары, күләмле спорт саралары, ҡунаҡхана, туризм, дарыухана, клининг, курьер һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү эшселәре;
–Дәүләт граждан, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, Башҡортостандың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары эшселәре;
–Һөнәри белем биреү һәм юғары белем биреү ойошмаларында уҡыған 18 йәше тулған, белем биреү ойошмаларының структура подразделениеларынан ситтә практика үткәндәр;
Бындай саралар республикала эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуы һәм халыҡтың именлегенә хәүеф янауы сәбәпле үткәрелә.
Фото: pravdapfo.ru