

Беҙҙең йортобоҙҙағы күрше квартиранттар индерә. Был юлы унда өс ҡыҙ йәшәй. Берәүһенең подъезд алдына сығып, йыш ҡына тәмәке тартҡанын күрәм, һаулыҡ һорашам.
– Һеңлем, мин - экстрасенс. Һеҙ йәш кенә булһағыҙ ҙа, дошманығыҙ бар, унан һаҡ булығыҙ, – тинем дә китеп барҙым.
Икенсе тапҡыр ул мине үҙе туҡтатып:
– Минең дошманым кем, ҡайҙа икәнен дә әйтеп бирегеҙ әле, ағай, аҡсаһын түләйем, – тине.
– Дошманыңды әйтеп бирәм. Әммә уға мөнәсәбәтеңде белдермәй ҡалма. Унан үс алырға вәғәҙә бирһәң генә исемен әйтәм.
– Вәғәҙә бирәм, ағай, – тип ризалашты ул.
– Вәғәҙә биреп тә, үс алмаһаң, һин кейәүгә сыға алмайһың, балаң булмай. Иртә үләһең, – тинем.
– Ағай, үс алам, әйтегеҙ. Ә нисек үс алырға? – тип бик тә үтенеп һораны ул.
– Уны үлтерһәң, енәйәт була. Әммә һин уны тотоп ал да, ергә бәреп, иҙгеләп тапап кит. Артабан һинең ҡатылығыңды, үҙеңде һаҡлау көсөн аңлағас, ул һине онотор, кәмһетмәҫ, – тинем.
– Ярай, һеҙ әйткәнсә эшләрмен, уның исеме кем? – тип ҡыҙыҡай түҙмәй ныҡыша бит.
– Дошманыңдың исеме “С” хәрефенә башлана, – тинем.
Ҡыҙ уйға ҡалды. Оҙаҡ ҡына баҫып торҙо ла:
– Аҙағына тиклем әйтегеҙ инде, – тип тағын үтенде.
– Дошманығыҙҙың исеме - “Сигарет”, – тинем.
Ҡыҙыҡай миңә уҫал итеп ҡарарға ла, йылмайырға ла тырышып, өнһөҙ ҡалды.
– Биргән вәғәҙәгеҙҙе үтәгеҙ! – тинем.
Ул сигаретын ергә атып бәрҙе. Башҡаса уның тәмәке тартҡанын күрмәнем.
Автор: Юнир Салауатов.
Фото: wefit.ru