Сәләмәт булайыҡ
20 Декабрь 2021, 07:45

Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?

Төбәк етәксеһе республиканың Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнованың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашты.

Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?
Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереүҙән башланы.Ул Башҡортостандың Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнованың ваҡытһыҙ вафат булыуы сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты.

– Пандемия осронда халыҡты юғалта торғас, ысынлап та, был сирҙең үлемесле булыуын аңлай башланыҡ. Тик кисә Дамира Шәрифйән ҡыҙының үлеме тураһындағы хәбәрҙе ишетеп ныҡ тетрәндем, – тине Радий Хәбиров кәңәшмә ваҡытында. – Йәшәргә лә йәшәргә ине уға, бик йәл. Беҙ уның менән тәүге көндән бергә эшләй башланыҡ, “Сәләмәтлек сәғәттәрен” бергә үткәрҙек. Ул әүҙем рәүештә беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау яҡлы һәм табиптарҙы яҡлаусы ине. Был – беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Беҙ вакцинация менән ревакцинацияны тамамламай тороп, кешеләр үләсәк, уларҙы илай-илай ерләйәсәкбеҙ.

Республика етәксеһе Хөкүмәт вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға, уның яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшкән саҡта һәләк булған медик һәм йәмәғәтсе булараҡ, мәрхүмәнең туғандарына түләүҙәр ойошторорға ҡушты.

Дамира Сабирйәнова 19 декабрҙә вафат булды, уға 69 йәш ине.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе белдереүенсә, Яңы йылға тиклем юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелмәйәсәк. Ул һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин менән “Роспотребнадзор” идаралығы башлығы Анна Казакка яңы штамм “омикрон”дың таралыуын контролдә тоторға ҡушты.

Вакцинацияға килгәндә, Радий Хәбиров белдереүенсә, әлеге темптар һаҡланған саҡта, республикала коллектив иммунитетҡа февраль баштарында өлгәшергә була.

Фото: noyabrsk-dobycha.gazprom.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас