Сәләмәт булайыҡ
20 Декабрь 2021, 12:00

“СпутникV” вакцинаһын нисә тапҡыр ҡаҙатырға ярай?

Халыҡтың 70-75 процентында антиесемдәр барлыҡҡа килгәндән һуң пандемия тамамланасаҡ, тигән фекерҙә ғалим.

“СпутникV” вакцинаһын нисә тапҡыр ҡаҙатырға ярай?“СпутникV” вакцинаһын нисә тапҡыр ҡаҙатырға ярай?
“СпутникV” вакцинаһын нисә тапҡыр ҡаҙатырға ярай?

Рәсәйҙә 10 миллион 215 меңдән ашыу кеше ковидты йоҡторған. Вафат булыусылар һаны һуңғы көндәрҙә аҙ булһа ла кәмей төштө. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдереүенсә, 60 йәштән өлкәндәрҙең 62 проценты коронавирустан тәүге вакцинаны яһатҡан.

“Роспотребнадзор” башлығы фекеренсә, эпидемиологик хәл ошо йәш категорияһының 80 процентын иммунизациялағандан һуң тотороҡланасаҡ. Халыҡты “Спутник V” вакцинаһын нисә тапҡыр яһатыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Был һорауға  Гамалея исемендәге үҙәк директоры Александр Гинцбург яуап биргән.

Ғалимдың әйтеүенсә, был вакцинаны ярты йыл һайын “сикһеҙ рәүештә” яһатырға мөмкин. Халыҡтың 70-75 процентында антиесемдәр барлыҡҡа килгәндән һуң пандемия тамамланасаҡ, тигән фекерҙә ул.

Донъяла “омикрон” штамы өҫтөнлөк итә. Сирҙе йоҡтороу һаны буйынса АҠШ, Һиндостан, Бразилия илдәренән һуң Бөйөк Британия килә, тип хәбәр итә ТАСС.

 Фото:TASS.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас