

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү саралары буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингты Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин алып барҙы.
Һуңғы тәүлектә инфекцияны йоҡторғандар һаны 484 тәшкил иткән. 489 ауырыу һауыҡҡан, 21 пациент вафат булған. Дөйөм үлем һаны 4 193-кә етте. Әле стационарҙарҙа 262 ауырыу дауалана, 94-е ауыр хәлдә, алтыһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 6 516 кеше дауалана.
Республикала ковидтан вакцина яһатыу дауам итә, бөтәһе 2 735 658 доза килтерелгән. Прививкалауҙы тулыһынса 1 968 444 кеше тамамлаған (79,2 процент). Шулай уҡ киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатыу дауам итә.
“Алда беҙҙе оҙайлы ял көндәре көтә. Күптәр яҡындары, туғандары менән аралашасаҡ, бергәләп ял итәсәк. Шуға күрә сирҙе йоҡтормау, яҡындарыңды хафаға һалмау өсөн вакцина яһатырға ашығығыҙ, – тип саҡырҙы һаулыҡ һаҡлау министры. – Кемдер прививка эшләткән йәки сирҙе үткәргән икән, ревакцинация яһатырға онотмағыҙ”.
Максим Забелин ҡышҡы ваҡытта иммунитетты һаҡлау өсөн нисек дөрөҫ туҡланыу тураһында кәңәш бирҙе. Организм эшмәкәрлеге шуға бәйле. Ҡышҡы миҙгелдә рационда функциональ әүҙемлекте, алмашыныу процестарын, организм эшен, шул иҫәптән иммун системаһын һаҡлаған аҙыҡ матдәләре булырға тейеш. Температура түбәнлеге, тыштағы һалҡын һауа, ел, бина эсендәге ҡоро һауа, ҡояш яҡтылығы етешмәүе кешегә насар тәьҫир итә. Шуға күрә туҡланыуҙа йәшелсә, еләк-емеш, йәшел тәмләткестәр булмауы иммун системаһын йомшарта. Энергия бирерлек, калориялы, файҙалы майҙарға һәм углеводтарға бай аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
Максим Забелин вакцинация тураһында сертификат буйынса һорауҙар килеп тыуғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кәрәклеген аңлатты. Кеше теләгән ваҡытта “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына мөрәжәғәт итә ала, шулай уҡ 8-800-200-01-12 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия”ға шылтырата ала.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54164
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.