

2021 йылда былтырғы менән сағыштырғанда терапия буйынса яңы лицензиялар алған шәхси медицина ойошмалары 50 процентҡа артҡан. Быйыл бирелгән лицензиялар һаны 33-кә күбәйгән.
– Берҙәм реестрҙа терапия буйынса лицензия алған 475 медицина ойошмаһы иҫәпләнә. Шуларҙың 123-ө –дәүләттеке, 334-е – шәхси һәм 18-е башҡа милеккә ҡарай,– ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Уның әйтеүенсә, министрлыҡ лицензиялар алыуҙа медицина ойошмаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Уңайлы булһын өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында бөтә кәрәкле мәғлүмәт урынлаштырылған. “Дәүләт хеҙмәттәре” республика порталында документтарҙы әҙерләү буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған. Медицина эшмәкәрлегенә лицензияларҙы яңынан рәсмиләштереү 19 көн эсендә башҡарыла. Ә федераль закон буйынса уны алыу өсөн 30 көн ҡаралған.
Табип-терапевт – күп профилле универсаль белгес.Уның төп эшмәкәрлеге пациенттарҙы тәү башлап ҡабул итеү, тейешле дауа билдәләү. Кәрәк саҡта пациентты башҡа белгестәргә йүнәлтә. Яңы медицина ҡорамалдары, препараттар, диагностика ысулдары хәҙер күп булыуына ҡарамаҫтан, табип-терапевт барыһынан да элек белемле, профессиональ сифаттарға эйә булырға һәм квалификацияһын даими камиллаштырырға тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы булдырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
Сығанаҡ:https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54158
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.