

Республикалағы 54 райондың 13-ө коронавирустан вакцина яһатыу планын үтәгән. Бүздәк, Шишмә, Саҡмағош, Әлшәй, Стәрлебаш, Кушнаренко, Миәкә, Ҡариҙел, Баҡалы, Дүртөйлө, Тәтешле, Дәүләкән,Ҡалтасы райондары ошо алдынғылар рәтендә. Шаран, Бишбүләк, Асҡын, Ғафури һәм Ишембай райондары ла билдәләнгән күрһәткескә яҡынлашып килә.
Артта ҡалыусылар рәтендә – Сибай, Октябрьский, Межгорье ҡалалары, Бөрйән һәм Белорет райондары. Өлкәндәргә прививка яһатыу проценты был биләмәләрҙә пландың 65 процентынан да артмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иммун ҡатламы һәм коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн вакцина яһатыу күрһәткесе 80 процент тәшкил итергә тейеш. Был – Рәсәй Хөкүмәте ҡуйған талап.
Республикала яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу планы – 2 484 667 кеше (өлкәндәрҙең дөйөм һаны – 3 105 836 кеше). Вакцина яһатыуҙы тулыһынса 1 949 295 кеше тамамлаған (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 78,5 проценты). Республикала 60 йәштән өлкәндәр һаны – 890 387. Уларҙың 504 572-һе вакцина яһатыуҙы тулыһынса тамамлаған (56,6 процент). Республикала ревакцинацияны 179 292 кеше үткән.
Вакцина яһатыу пункттарында Рәсәйҙә теркәлгән дүрт төрлө вакцина ла бар. Республикала 179 прививка ҡаҙатыу пункты эшләй. Баш ҡалала мобиль һигеҙ вакцина яһатыу пункты бар: “Торатау” конгресс-холында, “Планета”, “Лайфстайл Башҡортостан”, “Карусель”, “Үҙәк”, “МЕГА” сауҙа үҙәктәрендә, ”Окей” гипермаркетында, Өсөнсө йәш халыҡ университетында.
Фото: Өфө ҡалаһының 32-се поликлиникаһы.