Сәләмәт булайыҡ
22 Декабрь 2021, 11:00

Гөлләмәләр күңелдәрҙе күтәрҙе

Бүлексә мөдире Роза Ғүмәрова бындай иғтибарҙы бөтөнләй көтмәгәндәрен, күптән был хәтле сәскәләр “дингеҙен” күрмәгәндәрен әйтте.

Гөлләмәләр күңелдәрҙе күтәрҙеГөлләмәләр күңелдәрҙе күтәрҙе
Гөлләмәләр күңелдәрҙе күтәрҙе

Республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә  сағыу гөлләмәләр тапшырып, уларҙың ауыр хеҙмәтенә ихтирам, хөрмәт тойғоһон белдерҙеләр. Бүләкте шулай уҡ Зубов һәм Стәрлетамаҡ ковид госпиталдәре хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙылар.  Акция  ҡала мэрияһы башланғысы менән тормошҡа ашырылды.

Әле Өфөнөң Запотоцкий урамында урынлашҡан  йоғошло ауырыуар дауаханаһында ковидтан 39 кескәй пациент дауалана. Шулай уҡ башҡа йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусы 300-гә яҡын өлкәндәр һәм балалар бар.

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе мөдире Роза Ғүмәрова бындай иғтибарҙы бөтөнләй көтмәгәндәрен, күптән был хәтле сәскәләр “дингеҙен” күрмәгәндәрен әйтте.

– Бөтәбеҙ ҙә шул тиклем шатландыҡ! Эшебеҙҙең ауырлығын, тынғыһыҙлығын аңлап, һәммәбеҙҙең күңелен табырға тырышыуҙары өсөн рәхмәт! Бындай күркәм бүләкте алыу  Яңы йыл алдынан иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды, - тине етәксе.

Һәйбәт кәйеф өсөн кешегә күп тә кәрәкмәй икән!

Фото: Цветочный рай.рф

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас