Сәләмәт булайыҡ
22 Декабрь 2021, 09:30

Предприятиелар үҙ аҡсаһына прививка яһатасаҡ

Киҙеүгә ҡаршы вакцина ҡаҙатыу сәнәғәт предприятиеларының һүлпәнлеге арҡаһында аҡрын бара.

Предприятиелар үҙ аҡсаһына прививка яһатасаҡПредприятиелар үҙ аҡсаһына прививка яһатасаҡ
Предприятиелар үҙ аҡсаһына прививка яһатасаҡ

Өфөлә ковидтан вакцина яһатырға тейешле кешеләрҙең 90,7 проценты прививка яһатҡан. ”Беҙҙең маҡсат – вакцина ҡаҙатыуҙы 100 процентҡа еткереү, декабрь аҙағына тиклем был күрһәткескә яҡынлашырға кәрәк,” - тине Сергей Греков.

“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, киҫкен респиратор вирус сирҙәре менән ауырыу осраҡтары эпидемик сиктән 105 процентҡа юғары, пневмония  менән сирләүселәр артҡан. Өҫтәүенә иммунизация темпы кәмегән.

Киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатыу сәнәғәт предприятиелары арҡаһында һүлпәнәйгән. 20 декабргә ҡарата киҙеүгә ҡаршы халыҡтың 53,7 проценты прививка яһатҡан. Билдәләнгән 60 процент  сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында вакцина яһатыу үткәрелмәүе арҡаһында үтәлмәй.

”Бүленгән федераль вакциналар  тотонолған,  ә предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен үҙ иҫәбенә иммунизацияларға тейеш,” - тип аңлатты Галина Пермина. Ул шулай уҡ ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу буйынса предприятиеларҙа тикшереү башланыуын белдерҙе. Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта патруль бригадалары эше көсәйтеләсәк.

Фото:gazprom.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас