

Кем прививка яһатыуҙан баш тарта, етәксенең уны хеҙмәт хаҡы түләмәйенсә эштән ситләтергә хоҡуғы бар. Ошондай хәлгә “Именлек” ҡарттар йорто водителе Юрий Крылов эләккән. Тик ул “прививка яһатҡансы, башҡа эш эҙләүең яҡшыраҡ” тип иҫәпләй.
Үҙәк директоры Зөлфирә Маскулова әйтеүенсә, ул интернатта йәшәүселәрҙе хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн водителде эштән ситләтергә мәжбүр булған. “Беҙ өлкән кешеләрҙе хеҙмәтләндерәбеҙ. Ә ул - мобиль бригада водителе, ололарҙы йөрөтә, ауылдарҙан, райондарҙан диспансерлаштырыу үтеү өсөн килтерә. Юрий - бик яҡшы хеҙмәткәр, августан алып вакцина ҡаҙатыу тураһында һөйләшеү алып барабыҙ, тик ниңәлер прививка яһатырға тиҫкәреләшә”, – ти етәксе.
Әле үҙәктә 170 хеҙмәткәр эшләй һәм 285 кеше йәшәй. Бөтәһе лә прививка яһатҡан. Директорҙың әйтеүенсә, әгәр Юрий прививка яһатһа, иртәгәһенә үк эшкә аласаҡтар.
Был хәлгә һәр кемдең үҙ фекере булыуы мөмкин. Тик сирҙе йоҡтороу хәүефе аҫтында булған ололарҙы хеҙмәтләндереү, ташыу, көн дә аралашыу үтә ҙур яуаплылыҡ түгелме ни? Беҙҙеңсә, бында бер генә юл – кешеләрҙе хафаландырмау, бәләгә тарытмау өсөн прививка яһатырға кәрәк.
Фото:"Именлек" геронтология үҙәге.