

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала коронавирус инфекцияһы таралыуҙы кәметеү йәһәтенән төрлө саралар күрелә һәм уларҙың һөҙөмтәһен күрәбеҙ.
"Сирләгәндәр һаны аҙайҙы, коронавирус һәм пневмония менән ауырығандарҙы дауалауға иҫәпләнгән койка-урындар кәметелде. Һандарға килгәндә, 8200 койка-урын 1715-кә ҡалды. Республикала йәшәүселәр медицина хемәткәрҙәренең сәләмәтлеген, ғүмерен һаҡлауына ышана. 2155 меңдән ашыу кеше прививканың 1-се компонентын яһатҡан, 1 988 581 (республикалағы өлкәндәрҙең 64 проценты) тулыһынса вакцинациялау үткән.
Коллектив иммунитет формалаштырыу өсөн беҙгә бер нисә аҙым ғына яһау фарыз. Бының өсөн вакцинациялауҙы дауам итергә кәрәк. Ул - коронавирус инфекцияһы эҙемтәләрен иҫкәртеүҙең, яҡындарҙы ауыр сирҙән ҡурсалауҙың иң ябай, ышаныслы юлы. Был бигерәк тә 60 йәштән уҙғандарға, йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокринология сирҙәренән, шәкәр диабетынан яфаланғандарға ҡағыла.
22-се аҙнала ауырлы ҡатындарға ла вакцина яһай башлайбыҙ, ун меңдән ашыуы эшләтте лә. Ревакцинациялауҙы ла ваҡытында атҡарырға кәрәк. Был ковид менән сирләгәндәргә лә ҡағыла. Ревакцинация өҫтәмә иммунитет бирә, яңынан сирләү ихтималлығын иҫкәртә.
Башҡортостанда 155 вакцинациялау пункты эшләй, сауҙа үҙәктәрендә мобиль пункттар бар. Прививка яһатығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" – тине Максим Забелин.
Фото: rbk.ru