Сәләмәт булайыҡ
23 Декабрь 2021, 16:45

Тикшереүҙәр дауам итә

Белорет ҡалаһында 71 объектты ҡарау ниндәй һөҙөмтә биргән?

Тикшереүҙәр дауам итәТикшереүҙәр дауам итә
Тикшереүҙәр дауам итә

20 декабрҙән Баш дәүләт санитар табибының ҡарары үтәлешен тикшереү буйынса республикала рейдтар үтте.

“Айырым категорияларға эпидемик күрһәткестәр буйынса яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы иҫкәртеү прививкалары үткәреү тураһында” тип аталған ҡарарға ярашлы, Белорет ҡалаһында 71 объект тикшерелгән. Бер предприятиела вакцина яһатыу кимәленә етелмәгән. Юридик берәмек административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, уға ярашлы штраф санкциялары һәм предприятие эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡаралған.

Республика буйынса тикшерелгән предприятиеларҙа вакцина яһатыу күрһәткесе 82 проценттан 100 процентҡа тиклем тәшкил итте. Был йәһәттән лидерҙар – сауҙа өлкәһе эшҡыуарҙары - Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ситдиҡова, Фәйрушина, Әминева. Дыуан, Шишмә райондары йүнселдәре, Шишмәләге социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, Шишмә электр селтәрҙәре, шулай уҡ Сибайҙағы дүрт матурлыҡ салоны, Өфөләге “Фармленд” дарыуханалар селтәре, Рәсәй почтаһы филиалдары, Стәрлетамаҡтағы “Луч” торлаҡ хужалары ширҡәте, ”Стандарт” йәмғиәте яҡшы күрһәткескә өлгәшкән. Тикшереүҙәр дауам итә.

Фото: Белорет ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас