

Моғайын, магний тураһында һуңғы тапҡыр химия дәресендә Менделеев таблицаһын өйрәнгәндә ишеткәнһегеҙҙер, әммә был элемент иғтибар үҙәгенән төшмәй, үҙе хаҡында йыш ҡына белдереп тора. Айырыуса ул балалар сәләмәтлеге өсөн әһәмиәтле, тип иҫәпләй белгестәр.
Магний – кальций, натрий һәм калий кеүек үк мөһим макро-минерал. Ул организм күҙәнәктәрендәге 300-ҙән ашыу химик реакция өсөн яуаплы. Тик рациондан магнийға бай аҙыҡтарҙы алып ташларға мәжбүр иткән диеталар, аҙыҡ-түлек аллергиялары һөҙөмтәһендә күптәр был элементҡа ҡытлыҡ кисерә. Айырыуса был үҫеү өсөн күп энергия талап иткән хәрәкәтсән балаларға ҡағыла.
Магний – уҡыусылар өсөн үтә кәрәкле элемент. Һөйәктәрҙе нығыта, уларҙы минерализациялау процесында һәм үҫешендә ҡатнаша. Магний мускулдар эшмәкәрлеген яҡшырта. Мейе һәм нервынан мускулдарға импульстарҙы тапшырыуҙы көйләй. Мускул тартышыуы, көҙән йыйырыуы һәм киҫкен ҡыҫылыуы магний етешмәүенә ишаралай. Әгәр балағыҙ эс ҡатыуынан яфаланһа, уның организмы магнийҙың бик түбән кимәле хаҡында һөйләүе ихтимал. Насар йоҡлаһа, көйһөҙләнһә, шулай уҡ уйланырға урын бар, ти табиптар.
Магнийҙың тейешле кимәлдә булыуы организмға триптофанды серотонинға әүерелдерергә ярҙам итә (был тыныслыҡ, яҡшы кәйеф тигән һүҙ). Серотонин дөйөм хәл-торошҡа, аппетитҡа, йоҡоға, тән температураһына һәм социаль тәртипкә йоғонто яһай. Уның кимәле түбәнәйгәндә депрессия, тынғыһыҙлыҡ, ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килә.
Магний беҙҙе аҡыллыраҡ итә, хәтерҙе яҡшырта, материалды яҡшы үҙләштерергә ярҙамлаша. Балаларҙың йыш ҡына йүгергәндә йығылып төрлө йәрәхәт алыуы билдәле. Ҡандың ныҡ ағыуы, тиҙ генә уңалмауы магнийға ҡытлыҡтың билдәһе булыуы ихтимал. Был элементҡа бай аҙыҡ-түлек диабет үҫеше хәүефен дә кәметеүе мөмкин.
Магнийға ҡытлыҡты төрлө сәбәп тыуҙырыуы ихтимал, әммә был хәлдең төп “ғәйеплеһе” – дөрөҫ туҡланмау. Кәнфит, чипсы кеүек аҙыҡтар яҡшыға алып килмәй. Бынан тыш, стресс һәм көсөргәнешле уҡыу процесы организмды ҡаҡшатыуы мөмкин. Уйлап ҡарағыҙ, балағыҙ ниндәй ҙур көсөргәнешкә дусар: оҙайлы уҡыу йылы, өйгә эштәр, имтихандар, яҡшы һәм насар билдәләр, дистанцияла уҡыу, борсолоуҙар... Магний етешмәүен билдәләгән иң ябай ысул – баланың насар йоҡлауын һәм эс ҡатыуын тикшереү. Был осраҡта табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА