Сәләмәт булайыҡ
24 Декабрь 2021, 03:30

Сибайҙа төҙөлөш эштәре нисек бара?

Сибай ҡала округы хакимиәт башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙә буласаҡ ковид-госпиталдең төҙөлөш майҙанын күрһәтте.

Сибайҙа төҙөлөш эштәре нисек бара?Сибайҙа төҙөлөш эштәре нисек бара?
Сибайҙа төҙөлөш эштәре нисек бара?

"Бер аҙна элек кенә бында тигеҙ ялан   ине, әле иһә "ҡурай сәскәһе" формаһындағы дауахана корпустарының  сиктәре асыҡ күренә", - тип яҙа Рөстәм Афзалов үҙенең социаль сәхифәһендә.

Госпиталгә 40 бокстан торған инфекция бүлеге, реанимация һәм интенсив терапия, пациенттарҙы  ҡабул итеү бүлектәре һәм экспресс-лаборатория инә. Шулай уҡ дезинфекция бүлеге, кислород станцияһы эшләйәсәк,  дауахананың үҙенең дизель электрстанцияһы менән газ ҡаҙанлығы буласаҡ.

Сибай ҡалаһы башлығы әйтеүенсә, объекттың проектын госпиталде  пандемиянан һуң да файҙалана алырлыҡ итеп төҙөгәндәр.  Һәр тармағы айырым үҙаллы эшләй ала. Был иһә дауахананы һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Әйткәндәй, төҙөлөш эштәренә эшселәр талап ителә.

Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас