Сәләмәт булайыҡ
25 Декабрь 2021, 07:00

"Иң беренсе сабырлыҡ теләйем”

- Хеҙмәттәшемдең хроник ауырыуҙары ла бар ине, әммә һис тә пенсияға китергә йыйынманы...

"Иң беренсе сабырлыҡ теләйем”"Иң беренсе сабырлыҡ теләйем”
"Иң беренсе сабырлыҡ теләйем”

Меңәрләгән табип һәм шәфҡәт туташтары бөгөн “ҡыҙыл зона”ла эшләй. Күптәре үҙҙәре лә ауырыны, ҡорбандар ҙа булды. Үлемесле сир менән көрәшеүҙе улар батырлыҡ тип иҫәпләйме?

Салауат ҡалаһының 2-се поликлиникаһында фельдшер булып эшләгән Людмила Орлова көн һайын ауырыуҙар менән осрашып, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ғәҙәттәге көндәлек эше тип ҡабул итә.

"Һөнәремде бала саҡта уҡ һайланым. Йыш ауырый торғайным, ”үҫкәс, мотлаҡ кешеләрҙе дауалаясаҡмын” тип хыялландым", - тип хәтерләй ул бала сағын.

Тәүҙә ауылдағы табип амбулаторияһында эшләй, ә 2019 йылдан Салауат ҡалаһы поликлиникаһына күсә. Пандемия башланғас, “ҡыҙыл зона”ла эш башлай.

"Ковид таралыу менән тәүҙә хатта табиптар араһында ла бер ни тиклем ҡурҡыу, хафаланыу тойғолары һиҙелде. Тик был хәл күпкә барманы, үҙебеҙҙе ҡулға алдыҡ, ғәҙәти эш итеп ҡабул иттек. Бөтәһе лә яҡшы булыр, тип үҙебеҙҙе тынысландырҙыҡ", - ти Людмила.

Температура менән килгән ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә зарарланыу хәүефе бик ҙур. Тәүге тапҡыр фельдшер үткән йылдың август айында ауырый. Хәл пневмония менән ҡатмарлаша. Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре йыл башында вакцина яһата, тик Людмила йәнә инфекцияны йоҡтора. Был юлы сирҙе еңел үткәрә. Хеҙмәттәштәренең күбеһе ауырый, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандарһыҙ булмай. Людмила  менән бергә эшләгән Татьяна Комова сирҙе еңә алмай вафат була.

"Уның хроник ауырыуҙары ла бар ине, әммә һис тә пенсияға китергә йыйынманы. Аҙаҡ тағы бер хеҙмәттәшебеҙ, поликлиникала терапевт булып эшләгән табип вафат булды", - тип уфтана фельдшер.

Уның фекеренсә, вакцина ауырыуҙар һанын кәметергә мөмкинлек биргән. ”Һөҙөмтәлә сирләгәндәр ҙә инфекцияны еңелерәк үткәрә”, ти фельдшер.

Людмилаға ҡайһы саҡта психолог ролен үтәргә, ауырыуҙарҙы тынысландырырға, йыуатырға тура килә. Сирҙең мәкерле булыуын, үлемгә килтерергә мөмкинлеген аңлап, төшөнкөлөккә бирелгәндәр бар.

"Мин хеҙмәттәштәремә сабырлыҡ, тағы ла сабырлыҡ теләйем,– ти Людмила Орлова. – Барыһы ла үтер, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырбыҙ!"

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас