

Республикаға идара итеү үҙәге “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” һығымталары менән таныштыра.
Кешеләр сәләмәтлеге – тәүге урында. Был хаҡта социаль селтәрҙәр һөйләй. Һаулыҡ һаҡлау һәм коронавирус темаһына мөрәжәғәттәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл 12 тапҡыр артҡан - 127 464.
Күберәк вакцинациялау, QR-кодтар, COVID-19-ҙы дауалау, табиптарҙың эштәре, даруҙар менән тәьминәт, коронавирусҡа тест яһау тураһында яҙалар. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Ишембай, Туймазы райондары кешеләре – иң әүҙемдәре.
Был хаҡта Республика балалар клиник дауаханаһында үткән күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә мәғлүм булды.
Кадрҙар мәсьәләһенә ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә бар. Был хаҡта социологтар буласаҡ медицина белгестәренән һорау алып асыҡлаған.
Юғары уҡыу йорто студенттары табип эшендә тәүге сиратта һөнәри үҫеш мөмкинлектәрен (46 процент) һәм кешеләрҙе дауалау, файҙа килтереү юлын күрә (41 процент). Колледждарҙа иһә хәл бер аҙ икенсерәк: 49 процент студенттар тәүге сиратта кешеләргә файҙа килтереүҙе билдәләй, 48 проценты иһә кәрәк саҡта яҡындарына ярҙам итә алыуҙы телгә ала. 30 проценты уҡыуҙағы төп стимул тип медицинаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы атай.
Колледж студенттары һөнәре буйынса эш табыуына ышана, ә юғары уҡыу йорто студенттарының (46 процент) был йәһәттән шиктәре бар. Ошо хәлде республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы күҙ уңында тоторға тейеш.
Балалар хаҡында айырым һүҙ. “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте” алдынан республика етәкселеге, белгестәр төҙөлөп ятҡан Балалар онкология һәм гематология үҙәге төҙлөшөн ҡараны. Был проект республика өсөн бик мөһим. Унда барлыҡ заманса шарттар, мөмкинлектәр булдырыласаҡ. Әйткәндәй, үҙәктә эшләйәсәк белгестәрҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты алдан әҙерләй.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.