

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов яңы вазифаға тәғәйенләнгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул киләһе йылдан Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары булып эшләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Евгений Владимирович 2020 йылдың июль айынан Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһында медицина эшмәкәрлегенең сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен контролләне. Уға тиклем Белорет үҙәк район дауаханаһында баш табип булып эшләне. Карьера үҫеше тап коронавирус таралған дәүер менән тап килде. Ул 2020 йылдың май айында Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарҙы. Белеүебеҙсә, ул эшкә килгәнгә тиклем дауахана ковид ҡабынған хәүефле урын булды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.