

1. Сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән уртаға ҡырҡылған һуғанды еҫкәргә була. Быны көнөнә өс-дүрт тапҡыр ҡабатлау ыңғай һөҙөмтәгә килтерә.
2. Лимонды ҡабығы менән ваҡлап өҫтөнә үҫемлек майы ҡоябыҙ. Шуның менән танау эсен йыш-йыш майлап торабыҙ. Ашап, ауыҙҙы сайҡатҡандан һуң, уны теш ҡаҙнаһына ла һыларға мөмкин, шулай уҡ төнгөлөккә табанды һәм ҡолаҡты ыуабыҙ.
3. 1,5 литр ҡайнар һыуға бер балғалаҡ эре тоҙ, бер лимондың һуты һәм 1 грамм аскорбин кислотаһы ҡушылған төнәтмәне 1,5 сәғәттә эсендә эсеү ҙә сирҙең аҙыуына кәртә була ала.
4. Дүрт ҡалаҡ кипкән йә туңған ҡурай еләгенә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп 20 минутҡа ултыртып торабыҙ. Ятыр алдынан төнәтмәне бер юлы ике стакан эсергә кәрәк. Ҡурай еләге төнәтмәһе менән тамаҡты сайҡатыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Ул бер стакан ҡайнар һыуға 10 еләк һалып эшләнә.
5. Бер лимонды бер минутҡа эҫе һыуға һалып, ҡабығы менән ит турағыстан үткәрергә лә 100 грамм аҡ май һәм 1-2 ҡалаҡ бал ҡушырға. Әҙерләнгән ҡатнашманы һәр 2-3 сәғәт һайын берәр ҡалаҡ ашарға. Артығын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
6. Көн дә теште һарымһаҡ менән ышҡыу күп ауырыуҙарҙан аралар.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото:ufospace.net