Сәләмәт булайыҡ
28 Декабрь 2021, 11:00

Герпестан нисек тиҙ ҡотолорға?

Һыуыҡ тейҙереп ауырығанда, стресс кисергәндә, бүтән төрлө сирҙәрҙән һуң иммунитет төшкәндә иренгә герпес сығыусан. Уның вирусы кешеләрҙең 95 процентында бар, ти табиптар.

Герпестан нисек тиҙ ҡотолорға?Герпестан нисек тиҙ ҡотолорға?
Герпестан нисек тиҙ ҡотолорға?

Герпес кешене хәлһеҙләндереп, ауырттырып ҡалҡа. Вирустың ныҡлап "уянғанын" көтөп тормайынса уны өй шарттарында дауалай башларға мөмкин. Түбәндә - бер нисә ябай сара тураһында мәғлүмәт.

1. Ябай аш тоҙон ҡулланабыҙ. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр герпес урынына ваҡ тоҙ һалабыҙ. Дарыуға ҡарағанда тиҙерәк шәбәйтә.
2. Йә булмаһа, ауыҙ эсенә семтем тоҙ һалып һурып йөрөү ҙә вирустан тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итә.
3.Шундай май эшләйбеҙ: ике ҡалаҡ йогуртҡа иҙелгән ике һарымһаҡ бүлкәһе, берәр балғалаҡ ваҡланған ҡәһүә, бал һәм бойҙай оно ҡушып яҡшылап болғатабыҙ ҙа уны ауыртҡан урынға һөртәбеҙ. Кипһә, яңыһын һылайбыҙ. Өс көндән герпес һыпырып ташлағандай юҡ булыр.
4. Майҙы яһау ҡыйын кеүек икән, сирле урынды уртаға бүленгән һарымһаҡ менән ышҡырға мөмкин. Унан һуң бер күләмдә алынған бал менән алма һеркәһе ҡатнашмаһын һөртөп ҡуйыу һөҙөмтәле буласаҡ.

Фото:traveltimes.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас