

Редакцияға көләкәс кенә оло йәштәге инәй килеп инде. Бер нисә гәзиткә яҙылған да квитанцияларын “Аҙна һайын – бүләк!” уйынына килтергән. “Пандемия ваҡытында ҡурҡмайынса күмәк кеше араһында йөрөйһөгөҙ”, – тип хафаланыу белдерҙек.
– Ике вакцинаны ла эшләттем. Тәүге сиратта прививка ҡаҙатыу – үҙеңдең һаулығыңды ҡайғыртыу. Унан инде эргә-тирәңдәгеләрҙе уйлау фарыз. Беҙҙең ғаиләлә бөтәһе лә вакцина яһатты: ике ҡыҙым, кейәүҙәрем һәм ейәндәрем, – тине Зәкиә Ғибәт ҡыҙы.
Зәкиә Ҡунаҡасова Хәйбулла районында тыуып үҫкән. Тормош иптәше ауырып киткәс, Өфөгә күсәләр. Былтыр ауыр, оҙайлы ауырыуҙан һуң ул вафат була.
– Әле тулы ҡанлы тормошта йәшәйем. Баш ҡала мөхите оҡшай: театр-концерттарға йөрөйөм. Ҡала мәҙәниәт һарайындағы “Өфө хәтирәләре” тигән төркөм ағзаһымын. Халыҡ йырҙарын йырлайбыҙ, йолаларын күрһәтәбеҙ. Төркөмдә егермеләп кеше бар. Ололар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә йөрөй. Бөтәһе лә тиерлек вакцина ҡаҙатты. Бер-беребеҙҙе хәстәрләп, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртып торабыҙ.
Миңә ҡалһа, тормошҡа сат йәбешеп йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына кешенең яҙмышы уң була, – тине ҡунағыбыҙ.
Зәкиә Ҡунаҡасова Хәйбулла районы, үҙенең тыуған ауылы Иләс (Турат) тураһында ике китап яҙған. Ошо яҙмаларҙа уның ҡәйнәһе (бейеме) Хәкимә Ҡоҙабаеваның хәтирәләре лә урын алған.
– Пандемия башланғас, ошо ваҡиға ҡылт итеп иҫемә килеп төштө. Был хәл 1921 йылда булған. Ғаиләләрендә иң кесе балалары Ғәйшә тыуғас, Аҡъярҙа ауыр сир тарала. Бик күп кеше һәләк була. Ҡоҙабаевтар, яман ауырыуҙан ҡотолоу сараһын эҙләп, йәһәтләп ат егеп, арбаларға тейәлеп, кәрәк-ярағын алып Аҡъяр туғайына табан ыңғайлай. Туғайҙа балыҡҡа бай күлдәр булған. Шунда туҡтағандар.
Ҡыуыш ҡорғандар, уның эсендә өс ерҙән ҡаҙып, һике эшләгәндәр, кейеҙ түшәгәндәр. Ут ҡабыҙыр өсөн шәмдәре булған. Бер көн бейемдең атаһы: “Өйҙө ҡарап, аҙыҡ-түлек алып киләйем”, – тип ауылға ҡайтып киткән. Бер нисә көндән уның ҡысҡырған тауышына әсәһе тертләп уянған. Атаһы: “Миңә яҡын килмә, туғандарҙың хәл-әхүәлен белешергә инеп сыҡтым, сир эләктерҙем, балаларҙы алып, башҡа ергә күсенегеҙ, мин ошонда ҡалам. Бер-ике көндән килеп ҡара, әгәр үлһәм, ҡыуышты яндыр”, – тигән. Әсәһе, балаларын, ваҡ-төйәген арбаға тейәп, икенсе урынға күсенгән.
Бер нисә көндән килеп ҡараһалар, аталары үлгән була. Туғандары ҡыуышты яндыра.
Бейемем Хәкимә 82 йәшендә вафат булды. Ул заманда йоғошло ауырыу ваба (холера) булған, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Зәкиә Ҡунаҡасова.
Прививка ҡаҙатырғамы-юҡмы тигән һорау ҡуймай үҙенә Зәкиә Ғибәт ҡыҙы. Ошо ваҡиғаны ла иҫенә алып, медицина көсөнә ышана, Яңы йылда сирҙең кәмеренә, вакцина ярҙамында вирустың тамам юҡҡа сығырына өмөтләнә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.