

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау, коронавирусҡа ҡаршы көрәш һәм вакцинация темаһы буйынса ла һөйләшеү булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 февралгә тиклем бөтә муниципалитет башлыҡтарына ла халыҡты коронавирустан вакцинациялау буйынса отчет биреү йөкләмәһе ҡуйҙы.
– Кем икәнен атап әйтмәйем, һәр кем үҙенең күрһәткестәрен белеп тора. Артта ҡалған 15 самаһы муниципалитет бар, уларҙа халыҡтың 60-тан әҙерәк проценты прививка яһатҡан, – тине Радий Фәрит улы.
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус буйынса һуңғы һандар менән таныштырҙы. Пандемия башланыу менән был сирҙе 120914 кеше йоҡторған, һуңғы тәүлектә – 304 осраҡ. 6131 кеше сир менән өйҙәрендә көрәшә, 184 кеше дауаханаларҙа ята. Уларҙың 59-ының хәле ауыр тип баһалана.
Министр белдереүенсә, республика халҡының вакцина һалдырырға тейеш булғандарының 81 проценты был ғәмәлде башҡарған (2026697 кеше), 201 мең кеше ревакцинация үткән.
Яңы йыл байрамдары осорона кәрәкле дарыуҙар запасы булдырылған, табиптарҙың дежурлыҡ графигы төҙөлгән. Шулай уҡ, Максим Забелин белдереүенсә, Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль түләмдәрҙе биреү мәсьәләһе лә ҡарала.
Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, үҙәк өсөн Яңы йыл ялдары юҡ, улар көн һайын эшләйәсәк.
Фото: krasnaya-pahra.ru