Сәләмәт булайыҡ
30 Декабрь 2021, 16:45

Тикшереүҙәр дауам итәсәк

Бөтәһе лә яҡшы түгел. Мәҫәлән, Сибайҙа һәм Дыуан районында вакцинациялау кимәле түбән.

Тикшереүҙәр дауам итәсәкТикшереүҙәр дауам итәсәк
Тикшереүҙәр дауам итәсәк

30 декабрҙә сәнәғәт, төҙөлөш, проект эшләү, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү өлкәһендә эшләгән предприятиеларҙа коронавирустан вакцинациялау тамамланырға тейеш.

20 декабрҙән "Роспотребнадзор" инспекторҙары тарафынан 265 объекттағы тикшереүҙәр бөтәһе лә яҡшы булмағаны күрһәтте. Мәҫәлән, Сибайҙа һәм Дыуан районында вакцинациялау кимәле түбән.

Тикшереү материалдары судҡа ебәрелгән. Улар буйынса предприятиеның яҙмышы хәл ителәсәк, тип белдерәләр "Роспотребнадзор"ҙа.

Предприятиеларҙы тикшереүҙәр Яңы йыл каникулдарында ла дауам итәсәк.  

"Роспотребнадзор"ҙың республика идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, тикшереүҙәр ҡаты буласаҡ, сөнки һүҙ кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге хаҡында бара. Коллектив иммунитет булһын өсөн вакцина эшләткәндәрҙең һаны тейешенсә булыуы зарур.

Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың 18 декабренән предприятие етәкселәре прививка яһатмаған эшселәрҙе хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса эштән ситләтергә тейеш.

Фото: bbc.com

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас