Сәләмәт булайыҡ
1 Ғинуар 2022, 10:30

“Сәләмәт булырға вәғәҙә бирәм!”

Быйыл да йөҙҙән ашыу кеше Учалы ҡалаһы буйлап "Вәғәҙәләр йүгереше"нә сыҡты, йәғни 2022 йылда хыялын тормошҡа ашырырға үҙ-үҙенә вәғәҙә бирҙе.

“Сәләмәт булырға вәғәҙә бирәм!”“Сәләмәт булырға вәғәҙә бирәм!”
“Сәләмәт булырға вәғәҙә бирәм!”

Учалыла матур бер йола бар. Йылдың беренсе көнөндә түштәренә яңы тыуған йылға өмөттәре, теләктәре, хыялдары яҙылған табличкалар элеп, күптәр "Вәғәҙәләр йүгереше"ндә ҡатнаша.

Быйыл да йөҙҙән ашыу кеше ҡала урамдары буйлап "Вәғәҙәләр йүгереше"нә сыҡты, йәғни 2022 йылда хыялын тормошҡа ашырырға үҙ-үҙенә вәғәҙә бирҙе.

Күңелле сарала олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Теләк-хыялдары ла төрлө-төрлө ине. Мәктәп йәшендәге балаларҙың уй-теләктәре мәктәп, уҡыу менән бәйле булһа, йәштәр – бәхет, аҡсалы эш, ә олораҡтар һаулыҡ, оҙон ғүмер юраған.

“Сәләмәт булырға вәғәҙә бирәм!” тигән яҙыуҙар бигерәк тә күп ине. “Вәғәҙәләр йүгереше”нән һуң, шыршы эргәһендә дәртле йырҙар йырлап, бер-береһенең уй-ниәттәренең, хыялдарының мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләне учалылар.

Фото: “Яйыҡ” гәзите сайтынан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас