Сәләмәт булайыҡ
2 Ғинуар 2022, 07:00

50 мең һумлыҡ приз кемгә эләгер?

Бөгөн дә Өфөлә "TERRA ZIMA" Яңы йыл фестивале дауам итә.

50 мең һумлыҡ приз кемгә эләгер?50 мең һумлыҡ приз кемгә эләгер?
50 мең һумлыҡ приз кемгә эләгер?

Башҡортостанда 2017 йылдан алып йыл һайын "TERRA ZIMA" Яңы йыл фестивале үткәрелә, унда төрлө күңел асыу программалары, йүгереү марафондары, популяр артистар ҡатнашлығында концерттар, милли ҡышҡы уйындар, Ҡарһылыуҙар парады, йәйәнән уҡ атыу, һыбай йөрөү, эстафета һәм башҡа уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.

Бөгөн дә Өфө ҡалаһында «TERRA ZIMA» фестивале дауам итә. Ул Ҡаруанһарай янындағы майҙанда Коммунистик урам яғынан Ҡышҡы һабантуй менән башлана. Ҡунаҡтарҙы һәм Өфө халҡын ойоштороусылар ҡаршы ала. Ул көндөҙгө сәғәт берҙә башлана. Ҡышҡы һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы төрлө эксклюзив милли ҡышҡы уйындар көтә.

Ә инде 15-00 сәғәттә Бөтә Рәсәй самауыр конкурсы башлана, бәйгенең төп призы – 50 мең һум.

Киске сәғәт 6-ла иһә башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында башҡорт дискотекаһы була. Ҡышҡы һабантуйҙан ситтә ҡалмағыҙ, рәхәтләнеп ҡатнашып, ялығыҙҙы күңелле һәм файҙалы үткәрегеҙ!

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас