Сәләмәт булайыҡ
3 Ғинуар 2022, 09:30

“Көн дә мөғжизәләр менән осрашабыҙ...”

"Бына алтынсы йыл инде Яңы йылдың тәүге көндәрендә донъяға килгән сабыйҙарҙы һәм әсәләрҙе ҙурлап, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы саҡырып, уңыштар теләп оҙатабыҙ..."

“Көн дә мөғжизәләр менән осрашабыҙ...”“Көн дә мөғжизәләр менән осрашабыҙ...”
“Көн дә мөғжизәләр менән осрашабыҙ...”

–Яңы йылдың тәүге көнө нисек үтте? Барыҫ йылының башы һеҙҙең өсөн, моғайын, көтөлмәгән һөйөнөстәр менән башланғандыр?–тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек Өфө ҡалаһындағы 3-сө бала табыу йортоноң баш табибы  Зөһрә Ғилмишәриф ҡыҙы  Гуроваға.

–Донъяла көн  һайын мөғжизә менән осрашҡан  берҙән-бер профессия бит ул акушер-гинеколог һөнәре, – ти ошо яуаплы вазифаны һигеҙ йыл буйы башҡарған Зөһрә Ғилмишәриф ҡыҙы. – Яңы йылдың беренсе көнөндә ҡыҙ бала, үҙенең донъяға килеүен белдереп, бала табыу йортон яңғыратты. Ғаиләлә ул икенсе бала, өйҙә сабыйҙы йәш ярымлыҡ ағаһы көтә. Күп тә үтмәне, 4 200 грамм ауырлығындағы тағы бер сабыйҙы ҡулға алдыҡ. Быныһы – малай, көслө зат вәкиле...

Бөгөн биш сабыйҙы ата-әсәһе менән йорттарына оҙаттыҡ. Хушлашыу ғәҙәттәгесә үтмәне, байрамса булһын өсөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы тантанаға саҡырҙыҡ. Бына алтынсы йыл инде Яңы йылдың тәүге көндәрендә донъяға килгән сабыйҙарҙы һәм әсәләрҙе шулай ҙурлап, уңыштар теләп оҙатабыҙ. Бәләкәстәр өсөн итектәр рәүешендә  махсус йылы  матур кейемдәр тектек, уларҙы стерилләнек. 

Беҙ өсөнсө һәм артабанғы сабыйын тап беҙҙең бала табыу йортонда тапҡан әсәләргә  бына бер-нисә йыл инде “Тоғролоҡ өсөн “ миҙалын тапшырабыҙ. Бөгөн дә өйҙәренә ҡайтыусы әсәләр араһында беҙҙең бала табыу йортонда өсөнсө сабыйын тапҡан ҡатын бар. Ул үҙе лә ошонда донъяға килгән, өс һеңлеһе лә беҙҙең бала табыу йортонда әсә булған.

 Ҡулса урамында урынлашҡан боронғо 3-сө ҡала бала табыу йорто тураһында күптәр “мин унда тыуғанмын”, “мин унда сабыйымды таптым” тип әйтә алыр ине.  1958 йылда барлыҡҡа килгән медицина учреждениеһында һәр дүртенсе өфөлө донъяға килгән. Үҙендә бик күп иҫтәлектәрҙе, бәхетле мәлдәрҙе һаҡлай ул. Төрлө дәүерҙәрҙә уға алты баш табип етәкселек иткән. Әле был яуаплылыҡ медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Зөһрә Гурова  иңендә.  Медицина учреждениеһының 63 йыллыҡ эш дәүерендә үҙ традициялары, йолалары барлыҡҡа килгән. Бында ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Ғилми хеҙмәттәр өҫтөндә эшләгән табиптар етерлек, тәжрибәле өс профессор йәш белгестәр менән белемдәре, үҙенсәлекле  хеҙмәт серҙәре менән бүлешә. “Бындай “монстр” кәңәшселәрҙең булыуы бала табыу йорто эшмәкәрлеге өсөн баһалап бөткөһөҙ ярҙам,–  ти баш табип.– Тормошта иң мөһиме– тағы ла бер ғаиләгә яҡты донъяға килеүе менән  бәхет, ҡот килтергән Кешенең  тәү тапҡыр ауаз һалыуы.”


Зөһрә Ғилмишәриф ҡыҙы һәм уның хеҙмәттәштәре  өсөн ял, байрам тигән төшөнсә юҡ, “өйгә ҡайтһам да, күңелем менән һаман да шул дауахана мөхитенән айырылып булмай, ҡулдан телефон төшмәй,” ти табип.  Оҙайлы Яңы йыл байрамдарының  тынғыһыҙ эш көнөнә әүерелеүенә лә улар күптән күнеккән .

Фото: Өфөләге 3-сө  бала табыу йорто.

 

“Көн дә мөғжизәләр менән осрашабыҙ...”
“Көн дә мөғжизәләр менән осрашабыҙ...”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас