

Республикаға идара итеү үҙәге командаһының иң яратҡан рубрикаһы –“Ғорурланырға сәбәп бар” рубрикаһы. Беҙ ҙур ихласлыҡ менән төбәгебеҙҙең уңған, эшһөйәр кешеләре менән таныштырабыҙ.
Шуларҙың береһе – Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы участка терапевы Зөһрә Әбүдәр ҡыҙы Кашапова. 1991 йылда медицина институтын тамамлағандан һуң тыуған ҡалаһы Октябрьскийға ҡайтып эш башлай. Ул табип профессияһын мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләй. Ә сәләмәт пациенттар һәм уларҙың рәхмәте – иң ҙур награда.
Пандемия осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Зөһрә Кашапова Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ысынлап та, ғорурланырлыҡ урын бар. Яңы йылда уңған табипҡа уңыштар, һөйөнөстәр һәм шатлыҡлы көндәрҙең күберәк булыуын теләйбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.