

Насар кәйеф, сәбәпһеҙгә тынғыһыҙланыу, тиктән генә арыу, насар йоҡо... Былар - депрессия билдәләре. Сирҙән ҡотолоу өсөн мотлаҡ дарыу эсергә тимәгән. Ҡайһы берҙә үлән сәйен йәки башҡа төрлө халыҡ сараһын ҡулланыу ҙа килешергә мөмкин.
Күңел төшөнкөлөгөнән шундай үлән сәйе сығарыр. Бер күләмдә энәлек, ромашка һәм һары мәтрүшкә сәскәләрен алып - йәмғеһе бер ҡалаҡ кәрәк - өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ябыҡ көйө 15-20 минут тоторға. Төнәтмәне, ғәҙәттә, ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсәләр.
Ваҡланған грек сәтләүеген (бер үк күләмдә алына) бал менән болғатабыҙ. Ошо ҡушылманы ике-өс аҙна буйы туҡланырҙан бер сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр ашайбыҙ. Бер аҙ ваҡыттан һуң күңелдең тынысланғанын, көс-дәрт өҫтәлгәнен һиҙерһегеҙ.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото: mirpchely.ru