Сәләмәт булайыҡ
7 Ғинуар 2022, 03:00

Иртәнге зарядка кешегә нимә бирә?

Белгестәр әйтеүенсә, көн һайын еңелсә күнекмәләр эшләү ғүмерҙе 10-11 йылға тиклем оҙайта ала. Ә һеҙ иртәнсәк зарядка эшләйһегеҙме? 

Иртәнге зарядка кешегә нимә бирә?Иртәнге зарядка кешегә нимә бирә?
Иртәнге зарядка кешегә нимә бирә?

Бер нисә һөҙөмтәле күнекмә иртәнсәк әллә ни күп ваҡыт талап итмәй, әммә бик күп файҙа килтерәсәк. Был кәрәкле ғәҙәтте булдырығыҙ һәм, һис шикһеҙ, файҙа алырһығыҙ.

Күңел күтәренкелеге һәм энергия өҫтәлеү

Хатта бәләкәй генә күнекмәләр ҙә организмға уянырға ярҙам итә. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы “уянып” ҡанды тән буйлап ҡыуа һәм кислородты һәр күҙәнәккә тарата башлай. Ә был энергия кимәлен күтәрә һәм көс бирә. 10-15 минуттан уҡ һеҙ “тау аҡтарырға” әҙер буласаҡһығыҙ.

Шәп кәйеф

Иртәнге зарядка ҙур йөкләмәне күҙ уңында тотмай, ул еңел һәм күңелле күнекмәләрҙән торорға тейеш. Күңелле музыка аҫтында зарядка эшләһәгеҙ, мейе эндорфиндар - бәхет һәм шатлыҡ гормондарын эшләп сығарыуға мөмкинлек бирер. Яңы көндө яҡшы кәйефтә башлау еңеллек бирер, бөтә мәшәҡәттәр икенсе планға күсер, ә йылмайыу менән донъяны яуларға мөмкин.

Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу

Бөтә органдарҙы эшләргә мәжбүр итеп, һеҙ зарядка ярҙамында аш һеңдереү процесын башлап ебәрәһегеҙ һәм метаболизмды тиҙләтәһегеҙ. Өҫтәүенә уртаса һәм даими йөкләмәләр артыҡ майҙы яндырыуға булышлыҡ итә, мускулдарҙы нығыта һәм тәнде тонуста тота.

Ихтыяр көсө тәрбиәләү

Иртән тороу - күптәр өсөн ауыр һынау. Йомшаҡ һәм йылы түшәктән арынырға һәм күнекмәләргә тотонорға мәжбүр итеп, файҙалы ғәҙәт булдыраһығыҙ, күнекмәләр яһайһығыҙ һәм ихтыяр көсөн нығытаһығыҙ.

Иммунитет нығына

Иртәнге зарядка арҡаһында организм көнө буйы етерлек кимәлдә кислород, энергия һәм һаулыҡ ала. Был шөғөл иммунитетты нығыта һәм аҡыл эшмәкәрлеген дәртләндерә.

Иртәнге зарядканы башҡарыу ҡағиҙәләре

Иртәнге зарядка мускулдарҙы һуҙыуға, йәғни “уятыуға” йүнәлтелә, бер ниндәй ҙә көс күнекмәләре булырға тейеш түгел.

Был файҙалы шөғөлгә 15-20 минут ваҡытығыҙҙы бүлеү ҙә етә. Карауаттан һикереп тороп, шунда уҡ әүҙем күнекмәләр эшләй башлау дөрөҫ түгел. Организм өсөн был стресс буласаҡ. Ашыҡмағыҙ, бер аҙ кирелегеҙ, мускулдарҙы эшкә егегеҙ һәм шунан һуң ғына түшәктән тороғоҙ.

Иртәнге зарядка - яҡшы ғәҙәт. Аҙна, ун көн тирәһе даими эшләһәгеҙ, организм үҙе үк көн һайын был кәйеф һәм сәләмәтлек сығанағын “һораясаҡ”.

Фото: folkextreme.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас