

Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһы баш табибы Борис Шәрипов ковид менән сирләгән балаларҙың өҙлөгөүе тураһында һөйләне. Белгестең әйтеүенсә, сирҙе кисергән балалар өсөн мультисистемалы ялҡынһыныу процесы, йәғни вирустың үтеп инеүенә организмдың саманан тыш иммун яуабының көслө булыуы ҡурҡыныс тыуҙыра.
– Ғәҙәттә был хәүеф сирҙең киҫкен фазаһынан һуң бер – алты аҙна үткәс башлана, хатта баланың ковидты еңелсә үткәреүенә ҡарамаҫтан. Был ваҡытта һауыҡҡан балаларҙың күпселегендә ковидҡа ҡарата ПЦР-тест кире булһа ла, коронавирусҡа ҡаршы антиесемдәр ҙә була, – ти табип. – Тәүге билдәһе – тән температураһының кинәт юғары күтәрелеүе, гипертермия һәм телдең ҡыҙыл төҫкә инеүе. Тәнгә сабыртма сығыуы, конъюнктивит, склерит күҙәтелеүе, лимфа төйөндәре ҙурайыуы, ҡул устары һәм табандар шешенеүе ихтимал. Ашҡаҙан-эсәк юлы зарарланыуы, уҡшытыуы, эс китеүе лә бар.
Табиптың әйтеүенсә, ковид баланың һиҙгер нервы системаһына йоғонто яһай, баш ауыртыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, йөрәк ритмының боҙолоуы, арыу-талсығыу күҙәтелеүе ихтимал.
Республикала коронавирустың дүртенсе тулҡыны дауам итә. Үҙенсәлектәренең береһе – балалар араһында сир осраҡтарының артыуы. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әле 1,5 меңдән ашыу бәлиғ булмаған бала дауалана. Балаларыбыҙҙы сир йоҡтороуҙан һаҡлайыҡ, үҙебеҙ прививка яһатайыҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА