Сәләмәт булайыҡ
8 Ғинуар 2022, 14:12

Диспансерлаштырыу үтегеҙ!

region15.ruregion15.ru
Фото:region15.ru

Ковидты кисергән Башҡортостан халҡы диспансерлаштырыу үтә ала. Ул ике этапта үтә һәм төрлө тикшереүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Республикала тәүге этапты – 20 меңдән ашыу, икенсе этапты ике меңгә яҡын  кеше үткән.

Тәрән рәүештә үткәрелгән диспансерлаштырыу яңы коронавирус инфек­цияһын кисергән кешеләрҙә хәүефле билдәләрҙе асыҡлау өсөн кәрәк. Элек тикшеренеүҙәрҙең ҡайһы берҙәре диспансерлаштырыу исемлегендә юҡ ине. Улар – спирометрия, үпкә томогра­фияһы, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ультратауышы, тромбоздар хәүефен билдәләү. Иғтибар үҙәгендә – йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системалары торошо.

Диспансерлаштырыу теркәлгән урын буйынса медицина учреждениеларында үткәрелә, телефон аша йәки поликлиникаға барып яҙылырға мөмкин.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус кисергән һәр ун кешенең береһе төрлө ауырыуҙарҙан яфаланыуын дауам итә. Хатта сирҙе еңел һәм билдәләрһеҙ үткәргән осраҡта ла организмда кире үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Беҙҙең кәңәш: сир эҙемтәләре башланыуын көтмәҫкә һәм тәрән рәүештә үткәрелгән диспансерлаштырыуға яҙылырға кәрәк.

Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәге.

Читайте нас