

Оҙон ҡыш айҙарында сәләмәтлекте нығытырға, кәйефте тотороҡландырырға төрлө үләндән, емеш-еләктән әҙерләнгән сәйҙәр ярҙам итә. Мәҫәлән, гөлйемеш төнәтмәһендә С витамины етерлек кимәлдә тупланған, шунлыҡтан унан әҙерләнгән сәй беҙҙең организмды киҙеү, һыуыҡ тейҙереп сирләү хәүефенән һаҡлай ала. Был емештәге аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағатҡа ҡарағанда ун тапҡырға, ә лимондыҡынан илле тапҡырға күберәк.
Эҫе гөлйемеш төнәтмәһе ҡышҡы көндәрҙә тәндәге йылыны һаҡлауға ла булышлыҡ итә. Ундағы фруктоза организмды эндорфин менән тәьмин иткәнлектән, серотонин – шатлыҡ гормоны – бүленеп сығып, күңел күтәренкелеге бирә. Шунлыҡтан йонсоу, һалҡын көндәрҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн гөлйемеш сәйен эсеү бик файҙалы.
Уны әҙерләү өсөн бер-ике устай кипкән емеште йыуып, ваҡлап, төнгөлөккә термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп ҡуйғанда, иртәгәһенә көн буйы ҡулланырлыҡ эсемлек әҙер.
Имбир сәйе – депрессияны тәмле-татлы менән баҫырға күнеккәндәр өсөн бигерәк тә яҡшы эсемлек, сөнки ул аппетитты баҫа. Шулай уҡ көслө антиоксидант булараҡ, эсәктәрҙе токсиндарҙан таҙарта, организмдың иммун системаһын һаҡлай. Ундағы бик күп миҡдарҙағы С витамины иммунитетты күтәреүҙә мөһим икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай.
Имбир шулай уҡ бактерияларға ҡаршы торорлоҡ шәп сара ла, организмды төрлө паразиттарҙан аралай. Ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр, боғаҙ биҙе эшмәкәрлеген көйләй, хәтерҙе яҡшырта, ҡан тамырҙарын таҙарта.
Имбирҙән нисек сәй яһарға? Имбир тамырын эре ҡырғыстан ҡырып (ике ҡалаҡ тирәһе кәрәк), бер литрлыҡ банкаға һалырға һәм бер-ике ҡалаҡ йәшел сәй, өс ҡалаҡ лимон һуты, бер ҡалаҡ бал өҫтәп, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Бер сәғәттән ул әҙер.
Һырғанаҡ (һарығат) емешендә бик күп витамин һәм файҙалы матдәләр тупланған, хатта 100 грамында ла кешегә кәрәкле бөтә матдә бар. Һыуыҡ үткәреп сирләгәндә уны бал менән эсеү бик һөҙөмтәле, иммунитетты ла күтәрә. Һырғанаҡ төнәтмәһен шулай уҡ эс ҡатҡанда ҡулланыу ҙа файҙаға ғына, бауырға, йөрәк-ҡан тамырҙарына ыңғай тәьҫир итә, ҡан баҫымын төшөрә, тире һәм сәстең торошон яҡшырта.
Һырғанаҡтан сәй яһау өсөн 100 грамм емеш, ике ҡалаҡ дәрсен, бал алына, теләгәндәр әнис тә өҫтәп ебәрә ала. Ошоларҙың өҫтөнә 500 миллилитр ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Уны 5-7 минут төнәтеү ҙә етә. Хуш еҫле шифалы эсемлек әҙер. Сәләмәт булығыҙ!
Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА