

Билдәле булыуынса, йылдар үтеү менән ҡан тамырҙары бысрана. Уларҙың стенаһына органик булмаған тоҙ ултыра. Бер ниндәй ҙә сара күрмәгәндә, бының атеросклероз барлыҡҡа килеүгә, ҡан әйләнешенең боҙолоуына, ҡан баҫымы күтәрелеүгә һәм варикоз сиренә сәбәп булыуы бар.
Шуның өсөн дә ҡан тамырҙарын даими таҙартып тороу, иҫкәртеү сараһы үткәреү бик мөһим.
Ысулдары күп. Беҙ өй шарттарында еңел әҙерләнгәнен тәҡдим итәбеҙ. Шифалы төнәтмә әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: 100 грамм укроп орлоғо, ике ҡалаҡ онталған валериан үләне тамыры, ике литр ҡайнар һыу, ике ҡалаҡ бал.
Әҙерләү: укроп орлоғон һәм онталған дарыу үләнен (валериан тамырын) бутап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ул 40 градусҡаса һыуынғас, ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ. Төнәтмәне быяла банкаға һалып, тышынан яҡшылап төрөп, бер көн ултыртып ҡуйырға кәрәк була.
Ҡан тамырҙарын таҙартыу ниәтендә шифалы эсемлекте ашарҙан ярты сәғәт алдан бер ҡалаҡ ҡабырға. Дауаланыу ваҡыты – 20 көн. Шунан ун көн туҡтатып торорға ла курсты тағы ҡабатларға. Дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА