

– “Омикрон” штамы коронавирустың башҡа штамдарынан нимәһе менән айырыла?
– Коронавирустың яңы геновариантына Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы классификацияһы буйынса “омикрон” атамаһы бирелде һәм ул – хәүефле вариант тип танылды. Ундағы мутациялар төрлө комбинацияла элек тә билдәле ине, тиҙ йоғошлолоғон, вирустарҙың күҙәнәктәргә үтеп инеү ҡеүәһен көсәйтеүен яҡшы беләбеҙ, шуға күрә коронавирустың яңы варианты етди хәүеф тыуҙыра һәм ул тиҙ, төрлө яҡлы өйрәнеүҙе талап итә.
– Яңы штамм тәүге тапҡыр ҡасан билдәле булды?
– Тәүҙә ул Көньяҡ Африка республикаһында табылды. Тәүге өлгөләре 2021 йылдың 9–11 ноябрендә алынды. 23 һәм 25 ноябрҙә Гонконгта табылған өлгөләр базаға индерелде. Аҙаҡ Израилдән һәм Бельгиянан яңы вирус алынды. “Омикрон” табылған илдәр арта бара.
– Беҙҙәге тест-системалар “омикрон”ды асыҡлай аламы?
– Рәсәйҙә ҡулланылған бөтә тест-системалар ҙа тәьҫирле, шулай уҡ яңы штамм менән сирләү осраҡтарын асыҡлау өсөн дә. Тәрәнтен лаборатор дифференциаль диагностика үткәреү өсөн “Роспотребнадзор”ҙың эпидемиология ғилми-тикшеренеү институты диагностикум эшләне. Ул диагнозды раҫлауҙан тыш, коронавирус өлгөһөнөң тап ошо штамға ҡарауын билдәләйәсәк.
– Сит илдән ҡайтыусыларҙы махсус рәүештә тикшерәсәктәрме?
– Бөгөн Рәсәй Федерацияһы сигендәге аэропорттарҙа сит илдән килеүселәр өсөн бушлай тест үткәреү ойошторолған. Көньяҡ Африканан, Ҡытайҙан Бөйөк Британиянан, Израилдән, Гонконгтан һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙән ҡайтыусылар контролдә тотоласаҡ. Көньяҡ Африка республикаһынан ҡайтҡан граждандар 14 көнлөк карантинға китергә тейеш.
– Рәсәй вакциналары “омикрон” штамына ҡаршы тора аламы?
– Донъя һәм Рәсәй ғалимдары яңы штамдың үҙенсәлектәрен өйрәнә, шул иҫәптән антиесемдәрҙең уларға ҡаршы тороу мөмкинлеген дә.
– “Омикрон” штамын йоҡтормау өсөн ниндәй иҫкәртеү сараларын үтәргә кәрәк?
– Коронавирусты йоҡтормау саралары берҙәй – вакцина яһатыу, ревакцинация, ҡулдарҙы йыш йыуыу, бәйләнештәрҙе кәметеү, битлек режимын һаҡлау, бүлмәләрҙе елләтеү. Ошо ябай ғына, әммә тәьҫирле сараларҙы үтәү үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығын һаҡлаясаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА