Сәләмәт булайыҡ
8 Ғинуар 2022, 14:11

Тағы ла антиесемдәр хаҡында...

pronedra.rupronedra.ru
Фото:pronedra.ru

Вакцина яһатыу алдынан антиесемдәрҙең күпме булыуына иғтибар итергәме? Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, норматив документтар күҙлегенән антиесемдәр титрын тикшереүҙең кәрәге юҡ.

“Сирләгәндән һуң ярты йыл үткәс, вакцина яһатырға кәрәк һәм шуға ярашлы беренсе прививка ҡаҙатҡандан һуң ярты йыл уҙғас, ревакцинация үтеү мотлаҡ. Быларҙың барыһы ла норматив документтарҙа яҙылған һәм беҙ шуға ярашлы эшләйбеҙ. Антиесем титрҙары иммунитетты тикшереү өсөн файҙа­ланыла, был ғәмәл Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһына индерел­мәгән, йәғни анализ бушлай яһалмай. Ҡайһы бер кешеләргә табип ҡарары менән ваҡытлыса вакцина ҡаҙатмау тураһында күрһәтмә биреү маҡсатында йәки ауыр хроник сирле пациентҡа вакцина яһатыу алдынан антиесемдәргә анализ үткәрелеүе мөмкин.

Ревакцинация бары бер компонентлы “Спутник Лайт” менән үткәрелә. Шулай уҡ ике компонентлы вакциналар менән дә яһалыуы ихтимал. Республикаға һыналған “Спутник V” вакцинаһы ҙур күләмдә килтерелә. Ҡалғандары сикләнгән күләмдә алына. Быныһы беҙҙән тормай. Берҙәм иммунитет алыу өсөн Рәсәй Федерацияһы барыһын да эшләй. Беҙ вакцинаны бушлай федераль бюджеттан алабыҙ, ул граждандарыбыҙға һатылмай”, – тип аңлатты министр урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәге.

Читайте нас